Ҡарбуз мәле күптәр өсөн август айы һанала. Хатта 2 август көнө календарҙа Ҡарбуз көнө булараҡ билдәләнә. Әммә һатыу нөктәләрендә бөгөн үк ҡарбуз, ҡауын өйөмдәре тулып ята, һатып алыусылар ҙа юҡ түгел. Тап ошо мәлдә ҡарбуз ашап ағыуланыу осраҡтары арта. Ағыуланыуҙың төп сәбәбе нитрат кимәленең юғары булыуында. Емеште үҫтергәндә ашлама составында азот кислотаһының тоҙон ҡулланалар. Һөҙөмтәлә ҡарбуз һәм ҡауын тиҙ, ваҡытынан алда өлгөрә. Әммә ашламала сама белмәү кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүе ихтимал. Тап ошо көндәрҙә Кемерово өлкәһендә фажиғәле хәл теркәлгән. Ете йәшлек малай ҡарбуз ашағандан һуң вафат булған. Ғаилә магазиндан ҡарбуз һатып алған, уны ҡулланғандан һуң улдарының хәле ҡапыл насарайған - уларҙы ашығыс ярҙам машинаһында эсәк инфекцияһы менән алып киткәндәр. Кинйә улдарының мейеһе шешенә һәм ул комаға китә - 7 йәшлек баланы ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Өлкәненең эсәктәре күпкән, ул иҫән ҡалған. Был фажиғәнән һуң магазиндан бөтә ҡарбузды тартып алғандар. Ҡарбузды һайлағанда бик иғтибарлы булығыҙ. Татлы еләкте тәү сиратта ҡулға алып, күтәреп ҡарағыҙ. Ул ауыр, ҡаты булырға тейеш. Туҡылдатып ҡарау ҙа ярҙамға килер. Ҡарбуз зеңкелдәп торһа, тимәк, бешкән. Өҙөлгән һабағының ҡороған булыуы, ҡабығындағы һары таптар ҙа – өлгөргәнлек билдәһе. Шулай ҙа һатыусынан белешмә һорарға онотмағыҙ. Ул мотлаҡ республика белгестәренеке булырға тейеш. Емештең бер килограмына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш. Күптәр, ҡарбузды яһалма рәүештә ҡыҙарталар, ти. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Буяу ҙур сығымдар талап итә. Шулай уҡ белгестәр ҡарбуз һәм ҡауынды июль аҙағында - август башында ғына һатып ала башларға кәңәш итә. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, иң хәүефһеҙе – сиктәш Ырымбур өлкәһенән алып киленгәндәре. Шуға күрә ҡарбуз һайлар алдынан бер аҙ уйланып алыу ҙа зыян итмәҫ. Ә инде уны һатып алырға ҡарар итһәгеҙ, бар яҡлап тикшереп алырға онотмағыҙ. Фото: podrobno.uz һәм gastronom.ru