Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Июнь 2023, 11:43

Республика синоптиктары байрам көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

Республика синоптиктары байрам көндәренә һауа торошон хәбәр итте
Республика синоптиктары байрам көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары «Башинформ»ға алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Бөгөн, ял көндәре алдынан һуңғы эш көнөндә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

10 июндә республикала төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, Башҡортостандың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11 градус, таулы райондарҙа +1-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус.

11 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе фаразлана, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көндөҙ +17, +22. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында +23, +28 градус.

12 июндә — Рәсәй көнөндә республикала аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +16, +17 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-09/sinoptiki-bashkirii-soobschili-o-pogode-v-prazdnichnye-dni-3293507

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: