Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Май 2023, 15:51

Быйыл йәй Өфөлә 10 пляж асыла

Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек тамамланған тиерлек. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рафаэль Әхмәтов хәбәр итте.  

Быйыл йәй Өфөлә 10 пляж асыла
Быйыл йәй Өфөлә 10 пляж асыла

Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек тамамланған тиерлек. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Рафаэль Әхмәтов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ҡала пляждарының әҙерлегенә комиссия баһаһы бөгөн үк башлана. Быйыл республиканың баш ҡалаһында ял итеү өсөн 10 зона асыла. Улар араһында — Карьер күле буйындағы һыу инеү урыны, Өфө йылғаһындағы «Ҡомло», «Ҡояшлы яр» һәм «Сипайлово Сочиһы», Ҡашҡаҙан күлендәге пляждар, Йылы күлдәге «Ожмах яры», шулай уҡ «Ҡояшлы» пляжы, «Водник» стадионы янында, «Аҡ Яр — Затон», «Аҡ-Яр — Нижегородка» ял итеү зоналары.

Шуныһы мөһим: Өфөләге һәр пляжда мөмкинлектәре сиклеләр өсөн һыу инеү урыны йыһазландырыла, тине Рафаэль Әхмәтов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-05-18/etim-letom-v-ufe-budut-rabotat-10-plyazhey-3262551

Автор:Галина Бахшиева
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: