Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Ғинуар 2023, 12:22

Башҡорттар - Рәсәйҙең иң күп һанлы халыҡтары иҫәбендә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА уның һөҙөмтәләре буйынса түбәндәгеләрҙе белдерҙе.  

Башҡорттар - Рәсәйҙең иң күп һанлы халыҡтары иҫәбендә
Башҡорттар - Рәсәйҙең иң күп һанлы халыҡтары иҫәбендә

Мәғлүм булыуынса, Росстат сайтында,  былтыр үткән Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы һөҙөмтәләре менән танышырға мөмкин: улар тулыһынса анализланған һәм халыҡ иғтибары өсөн асыҡ ҡулланыуға һалынған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА уның һөҙөмтәләре буйынса түбәндәгеләрҙе белдерҙе.  

 

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы хеҙмәттәштәребеҙ менән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен тикшерҙек. Сара 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем уҙҙы. Мәғлүмәттәр Росстаттың рәсми сайтында баҫылған.

Күп милләтле илебеҙҙең алты халҡының иҫәбе миллиондан ашыу: аварҙар, башҡорттар, рустар, татарҙар, чечендар һәм сыуаштар. Рәсәй халыҡтары ғаиләһендә башҡорттар лайыҡлы урын биләй. Рәсәйҙең иң күп һанлы халыҡтары араһында дүртенсе булыуыбыҙ ҡыуандыра.

Ил буйынса беҙ 1 571 879 кеше, уларҙың 1 268 806 Башҡортостанда йәшәй. Был 2010 йылдағы күрһәткестәргә ҡарағанда күберәк. Шуныһы ҡыҙыҡ, иҫәп документтарында тәүге тапҡыр башҡорт ырыуҙарының атамалары барлыҡҡа килде: ҡыпсаҡ башҡорттары, үҫәргән башҡорттары, ғәйнәләр, меңдәр, урандар һәм башҡалар.

Бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм район ҡоролтайҙары командаһының тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, урындағы әүҙемселәр, журналистар менән башҡарған ҙур эш һөҙөмтәһен күрәм.

Йолаларҙы һаҡлау һәм тергеҙеү, туған телде һәм халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен популярлаштырыу – эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Туған телендә һөйләшеүсе халыҡтар араһында ла башҡорттар – миллиондан ашыу. Был позицияны һаҡлау ҡәтғи талап, тип иҫәпләйем. Урбанизация һәм глобалләштереү шарттарында балалар һәм йәштәр туған телдәрен белергә, өйрәнергә теләгәнен өлгәшеү еңелдән булмаясаҡ.

Иҫәп алыу барышында милләттәр исемлегендә 145 төркөм һәм уларға ингән 49 төркөмсә булған. Шулай итеп, һәр халыҡтың үҙенсәлекле тәжрибәһе – ул күп милләтле илебеҙҙә берҙәм һәм татыу йәшәүҙең күп быуатлыҡ уртаҡ тәжрибәһе лә. Был – беҙҙең байлығыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ, — ти Эльвира Ринат ҡыҙы.

Илебеҙ һуңғы ун йылда нисек үҙгәргәнен Рәсәй Федерацияһы статистика хеҙмәтенең рәсми сәхифәһендә ҡарарға мөмкин.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-01-14/bash-orttar-r-s-y-e-i-k-p-anly-haly-tary-i-bend-3105544?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: