+13 °С
Болотло
Президент Владимир Путин Мортаза Рәхимовтың Рәсәй тормошондағы ролен билдәләне.
Ул Өфөгә Башҡортостандың беренсе Президенты менән хушлашырға килде. Ил етәксеһе Республика Башлығы Радий Хәбиров менән әңгәмәләште:
Матәм көнөндә осрашабыҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улын шәхсән белдем, яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ. Ул Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәге кимәленә күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе, үтә һиҙгер милли сәйәсәт алып барҙы, Рәсәй тормошонда һәр яҡлап әүҙем ҡатнашты, ил тарихының һынылышлы осоронда мөһим, тотороҡло роль алып торҙо, тине Владимир Путин.