Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Ғинуар 2023, 18:21

Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙҙы

Ярҙамығыҙ, кәңәштәрегеҙ, ышанысығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙҙы
Бәхилләшеү һүҙҙәре яҙҙы

Бөгөн Башҡортостан халҡы үҙенең беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәхилләште. Сарала ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Бөгөн беҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бәхилләштек. Уның исеме беҙҙең республика һәм ил яҙмышы хәл ителгән ябай булмаған осорҙоң символына әүерелде.

Ул ныҡлы абруй ҡаҙанған, шул уҡ ваҡытта бик ябай, ерҙә йәшәгән үҙебеҙҙең Мортаза Ғөбәйҙулла улы булды.

Ярҙамығыҙ, кәңәштәрегеҙ, ышанысығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ унан күп нәмәгә өйрәндек һәм хәҙер уҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ – ысын кеше, ысын илһөйәр, профессионал һәм аҡыллы етәксе булыу. Әлбиттә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының республика именлеге хаҡына хеҙмәттәрен дауам итербеҙ.

Башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ һәм мәңгелек дан”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2023-01-13/bash-ort-hal-yny-b-y-k-uly-aldynda-bash-ey-be-3104269?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: