Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ғинуар 2023, 11:39

Һәр йортта ла йылы булһын өсөн

Ҡышҡы йылытыу осоронда беҙ “Теплосеть” йәмғиәте директоры Марс Наил улы Латипов менән осрашып, уға предприятие эше тураһында бер нисә һорау бирҙек.

Һәр йортта ла йылы булһын өсөн
Һәр йортта ла йылы булһын өсөн

- Марс Наил улы, предприятие нисәнсе йылдан бирле эшләй?
- “Теплосеть” йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген 2007 йылдың мартынан бирле алып бара, элек ул муниципаль предприятие булған. Ә “Жилкомсервис” 2005 йылда ойошторолдо. Ул да беҙҙең предприятие. Бар ауылдарҙа ла беҙҙең ҡаҙанлыҡтар эшләй.
Бында мин 1994 йылдан бирле. Коллективыбыҙ бик татыу. Хеҙмәткәрҙәр тиҫтә йылдар буйына эшләй. Электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Радик Шәнгәрәев, слесарь Дамир Әрҙәширов, операторҙар Василий Кузьмин, Рәмил Мортазин, Вадим Сиражетдинов оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләйҙәр. Шулай уҡ “Жилкомсервис” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре – участка мастеры Наил Ғәфиәтуллин, водитель Ильяс Шәрипов, контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика слесары Арсен Вәлиев; Прибельский ауылынан мастер Сергей Ефимов, операторҙар Раил Дәүләтшин, Рәмил Абдрафиҡов, Фәнис Баҡыевты ла билдәләп үткем килә. Район үҙәк дауаханаһы операторҙары Альберт Яфаев, Денис Латипов, Сергей Дмитриев, шулай уҡ Ҡабаҡ ауылынан Гүзәл Әйүпова, Илгиз Ғәйетҡолов, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Айрат Вәли­йәнов бик тырышып эшләйҙәр. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары коллективтың уңышлы эше тураһында һөйләй.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һәм район хакимиәте ярҙамы менән беҙҙең предприятие ҙур эш башҡарҙы. Йыл һайын республика бюджетынан эштәрҙе башҡарыуға субсидия бирелә. Сифатлы һәм ваҡытында эшләнгән ремонт арҡаһында аварияһыҙ эшләйбеҙ.
- Марс Наил улы, йылытыу миҙгеле бара. Уға әҙерлек нисек булды?
- Йәй – беҙҙең өсөн иң яуаплы осор. Был ваҡытта хатта ял да алмайбыҙ. Ғөмүмән, ҡыш миҙгеленә тулыһынса әҙерләндек. Беҙҙең ҡарамаҡта ете ҡаҙанлыҡ. Ҡырмыҫҡалы, Ҡабаҡ, Константиновка, Прибельский ауылдарына хеҙмәт күрһәтәбеҙ һәм йылылыҡ менән тәьмин итәбеҙ.
- Район буйынса нисә предприятиеның ҡаҙанлығы бар һәм уларҙы нисә кеше хеҙмәтләндерә?
- “Жилкомсервис” йәмғиәте предприятиеһында 37 ҡаҙанлыҡ бар, улар мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм райондың барлыҡ учреждениеларын йылылыҡ менән тәьмин итә. “Теплосеть” предприятиеһында илленән артыҡ кеше эшләй һәм ете ҡаҙанлыҡҡа хеҙмәт күрһәтә. Ә “Жилкомсервис”та 60 кеше районыбыҙҙың барлыҡ социаль объекттарын да йылылыҡ менән хеҙмәтләндерә.
- Быйыл ҡаҙанлыҡтарҙы ремонтлау йәки реконструкциялау буйынса ниндәй эштәр башҡарылды?
- Быйыл мәктәпте, балалар баҡсаһын һәм күп фатирлы йортто тәьмин итеүсе линия-производство идаралығы ҡаҙанлығын үҙ көсөбөҙ менән реконструкцияланыҡ. Был ҡаҙанлыҡ 1986 йылда төҙөлгән, бик иҫке, файҙаланыу ваҡыты сыҡҡайны. Ағымдағы йылда Туймазы ҡалаһында “Сәнәғәт ҡаҙанлыҡтары заводы” йәмғиәтенән тейешле ҡаҙанлыҡ һатып алдыҡ, барлыҡ газ һәм ҡаҙанлыҡтарҙы алмаштырҙыҡ һәм автоматлаштырҙыҡ. Бөгөнгө көнгә унда беҙҙең хеҙмәт күрһәтеүсе персонал юҡ. Мәғлүмәт интернет аша компьютерға үҙәк ҡаҙанлыҡҡа тапшырыла, унда тәүлек буйы эшләүсе диспетчер мәғлүмәт ала. Беҙ Мәскәү ҡалаһында “Овен производство ҡоролмалары” йәмғиәтендә телефондағы ҡушымта аша ҡаҙанлыҡтарҙың эшен күҙәтеүсе махсус программа һатып алдыҡ. Ҡаҙанлыҡ автоматик режимда эшләй. “Жилкомсервис” предприятиеһы буйынса быйыл Иҫке Бәпес ауылындағы мәктәпте һәм балалар баҡсаһының ҡаҙанлығын автоматлаштырҙыҡ.
- Ҡаҙанлыҡтарҙы автоматлаштырыу аҡсаны янға ҡалдыра, ә кешеләр менән нисек һуң?
- Эйе, был район бюджеты өсөн отошло, хаҡтар айырмаһы ҙур. Беҙ шулай уҡ эштән азат ителгән эшселәребеҙ тураһында уйлайбыҙ. Пенсионерҙарҙы хаҡлы ялға оҙатабыҙ. Уларҙы башҡа ҡаҙанлыҡтарға таратабыҙ, даими эшләүсе 57 ҡаҙанлыҡ бар, унда үҙ операторҙарыбыҙҙы урынлаштыра алабыҙ.
- Ҡыш башында һиҙелерлек һалҡындар булды. Ҡаҙанлыҡтар ғәҙәти режимда эшләйме?
- Беҙ ҡышҡа яҡшы әҙерләндек. 30-32 градуслыҡ һалҡында ла халыҡтан ялыуҙар килмәне.
- Марс Наил улы, ҡаҙанлыҡтар ниндәй аҡсаға реконструкциялана?
- Йәй көнө ағымдағы ремонт яһайбыҙ, шулай уҡ йылытыу системаларын модернизациялау мөмкинлеге буйынса ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Линия-производство идаралығы ҡаҙанлығын реконструкциялау өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы 900 мең һум күләмендә субсидия бүлеп бирҙе. Был ғына етмәне, беҙ үҙ аҡсабыҙҙы өҫтәп, эште башҡарып сыҡтыҡ.
- Хеҙмәт күрһәткән өсөн халыҡ нисек түләй? Проблемалар юҡмы?
- Нигеҙҙә халыҡтың 96-97 проценты түләй. Әлбиттә, йылдар буйына түләмәүселәр ҙә бар. Улар менән беҙ суд аша көрәшәбеҙ. Ай һайын яҡынса 30-40 эште судҡа тапшырабыҙ. Әлбиттә, был үҙ һөҙөмтәләрен бирә. 1 декабрҙән хаҡтар яҡынса 9 процентҡа артты. Был беҙҙән генә тормай. Предприятие буйынса халыҡтан 11 млн һум бурыс бар, 6 млн һумға яҡын бурыс булған 150 эш тапшырылды. Түләрлек бер нимәләре лә булмаған кешеләр ҙә бар, суд приставтары был эште ябырға мәжбүр була. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, йылылыҡ биреүҙе туҡтатырға хаҡлы түгел. Әлеге эштәр менән шөғөлләнергә юрист та бар.
- Беҙҙең илгә ҡаршы ҡабул ителгән санкцияларға бәйле йыһаздарҙың алмаш частары менән проблема тыумаймы?
- Ҡаҙанлыҡты реконструкциялағанда Италия йыһаздарын Рәсәйҙекенә алмаштырҙыҡ. Хәҙер беҙ Мәскәү ҡалаһының “Овен производство ҡоролмалары” йәмғиәте йыһаздарын ҡулланабыҙ. Әле торған Германия насостары биш тапҡыр тиерлек ҡиммәтләнде. Беҙ насостарҙы алмаштырҙыҡ һәм уларҙың хаҡын түләнек. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә алдағы йылға Илтирәк, Бишауыл-Уңғар ҡаҙанлыҡтарын автоматлаштырыу планы тураһында фекер алыштыҡ. Был район бюджеты аҡсаһын ете тапҡырға тиерлек янға ҡалдыра. Линия-производство идаралығы һәм Ҡырмыҫҡалы хәрби комиссариаты, райондың тағы һигеҙ мәктәбенең ҡаҙанлыҡтары автоматлаштырылған.
- Яңы йыл байрамдары айҡанлы предприятие хеҙмәткәрҙәренә ниҙәр теләр инегеҙ?
- Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, аяҙ күк йөҙө теләйем, йылытыу миҙгелен уңышлы үткәрергә, ә йәйен киләһенә әҙерләнергә кәрәк.
- Марс Наил улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Предприятиеғыҙға уңыштар теләйем.
Гөлсәсәк әсәҙуллина.
Автор фотолары.

Һәр йортта ла йылы булһын өсөн
Һәр йортта ла йылы булһын өсөн
Автор:
Читайте нас: