Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Ғинуар 2023, 20:58

"Атайым менән бергә барам!.."

Ҡатыны яҙыуынса, ҡыҙҙары Әминә атаһы менән бергә китергә теләп, уның алдынан төшмәгән, илата-илата саҡ айырып алғандар.

"Атайым менән бергә барам!.."
"Атайым менән бергә барам!.."

Билдәле блогер, Өфө ҡалаһы мэры кәңәшсеһе Рөстәм Нәбиев сираттағы сәфәренә юлланды: Аргентиналағы Аконкагуа тауына күтәреләсәк (бейеклеге - 6, 959 метр). Был хаҡта ул Телеграм-каналында хәбәр итте.

Рөстәм Нәбиевте ғаиләһе Өфө аэропортында оҙатып ҡалған. Ҡатыны яҙыуынса, ҡыҙҙары Әминә атаһы менән бергә китергә теләп, уның алдынан төшмәгән, илата-илата саҡ айырып алғандар. "Атаһы ҡуҙғалғансы уның алдында ултырҙы, Софья менән икебеҙҙе ҡалдырып китергә лә әҙер ине", - тип яҙған Индира Нәбиева.

Бөгөн төндә билдәле блогер Мәскәүгә барып еткәне, оҙаҡламай поезда Минск ҡалаһына юлланасағы тураһында хәбәр итте. "Бер ҙә борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Мин аяҡтарымды юғалтҡанмын, ә башымды түгел", - тип яҙған ул.

Рөстәмдең юлы уң булыуын, маҡсатына өлгәшеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-08/atayym-men-n-berg-baram-3097072

Автор:
Читайте нас: