Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Декабрь 2022, 10:52

Балалар майҙансығы кәрәк

Ауылдың киләсәге - йәштәр ҡулында. Шуға ла Шәрипҡолдар ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәновтың “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға ризаһығыҙмы? – тигән һорауына берҙәм теләк белдерҙе һәм ауылға йәм өҫтәү, заманса уңайлыҡ булдырыу өсөн балалар майҙансығы төҙөргә кәрәк тигән фекергә килде.

Балалар майҙансығы кәрәк
Балалар майҙансығы кәрәк

Йыйылышта район хакимиәтенең финанс бүлеге начальнигы Илфат Хәмитов ҡатнашты. Был көндө мәктәпкә 40 кеше йыйылды. Илфат Йәүҙәт улы ауыл халҡына программаның мөмкинлектәре, унда еңеп сығыу өсөн ниндәй юлдар үтергә кәрәклеген ентекләп аңлатып бирҙе.
- Иң элек әҙерлек планын төҙөргә, анкеталар тултырырға, гәзит биттәрендә, телевидениела, социаль селтәрҙәрҙә программала ҡатнашыу тураһында хәбәрҙәр туплап, юғары балдар йыйырға кәрәк буласаҡ, - тине ул.
Йыйылышта балалар майҙансығы төҙөү тураһында һөйләшелде. Ауылдың актив кешеләре – Әйүп Шаһиҙуллин, Фирүзә Ғирфанова, Рәйлә Ғәйнуллина, Йәмил Ғирфанов һәм Гөлдәр Моратоваларҙан торған инициатив төркөм төҙөлдө. Улар халыҡтан һәр кеше иҫәбенән аҡса һәм документтар йыйыу өсөн яуаплы. Шәрипҡол ауылы халҡы был программаның ышаныслы булыуын яҡшы аңлай, шуға ла еңеп сығыу өсөн күмәкләп тырышырға ниәтләй. Улар һис шикһеҙ, мораттарына ирешер һәм заманса балалар майҙансығы балаларҙың яратҡан урынына әүерелер.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: