Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Декабрь 2022, 15:26

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Дүрт йыл элек беренсе Мөрәжәғәтнамәм менән сығыш яһағанда бер кем дә беҙҙе ниндәй ҡатмарлы осор көтөүен күҙ алдына ла килтермәне, тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Дүрт йыл элек беренсе Мөрәжәғәтнамәм менән сығыш яһағанда бер кем дә беҙҙе ниндәй ҡатмарлы осор көтөүен күҙ алдына ла килтермәне, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Ул саҡта ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килерен белмәнек. Пандемияға, хәрби-сәйәси хәлдең киҫкенләшеүенә бәйле шул тиклем ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иттек.

Беҙ һынылышлы йылдарҙа, донъя тәртибе үҙгәргән ваҡытта, коллектив Көнбайыш менән асыҡтан-асыҡ ҡаршы тороу осоронда йәшәйбеҙ. Илебеҙгә ҙур баҫым яһала, бығаса булмаған санкциялар индерелде.

Әммә беҙ һеҙҙең менән баҫымдарға ҡаршы ныҡлы торабыҙ, сөнки дөрөҫлөктөң беҙҙең яҡта икәнен беләбеҙ! Ата-бабаларыбыҙҙан килгән Ватанға һөйөү, уны яҡларға әҙер тороу беҙгә рухи көс бирә», – тине Радий Хәбиров.

Владимир Владимирович Путин етәкселегендәге хәҙерге Рәсәй донъяла элекке дәрәжәһен һәм абруйын кире ҡайтарҙы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Яңы союздаштар һәм партнёрҙар таба. Хәрби, иҡтисади ҡеүәтте үҫтерә. Яңынан бөйөк державаға әүерелә, ғәҙеллекте һәм күп полярлы донъяны ныҡлы яҡлай.

«Бөгөн Рәсәй хәрбиҙәре донъяны нацизмдан һаҡлай, Рәсәй өсөн көрәшә. Улар иҫәбендә – республикабыҙҙан меңләгән мобилизацияланғандар, ирекмәндәр, Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары. Киләһе аҙнала милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальонды оҙатабыҙ.

Беҙ яҡташтарыбыҙ өсөн борсолабыҙ, уларҙың һәммәһе лә – ысын геройҙар. Барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар тип теләйбеҙ, уларға әүҙем ярҙам итәбеҙ», – тине республика етәксеһе.

Башҡортостандың Донбасс төбәктәре менән үҙенсәлекле бәйләнеше бар, тип билдәләне Радий Хәбиров. Унда генерал Шайморатов иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙы һораны.

https://www.bashinform.ru/news/poslanie22/2022-12-15/glava-bashkirii-radiy-habirov-obraschaetsya-s-ezhegodnym-poslaniem-k-gosudarstvennomu-sobraniyu-respubliki-3072505

Автор:
Читайте нас: