Даирә
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Август 2022, 11:52

Буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының атай-әсәйҙәренә кәңәштәр

Белем көнө яҡынлаша. Быйыл Айгөл тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫасаҡ. «Инде ҙурайҙың инде, ҡыҙым-үҫкәнем минең», – тип әсәһе арҡаһынан һөйөп-һөйөп ала. Шул ваҡытта ул үҙен бер башҡа үҫкәндәй итеп хис итеп, 1 сентябрҙең тиҙерәк килеп етеүен көтә башлай. Уҡыу формаһын ҡат-ҡат кейеп ҡарап, көҙгө алдында өйөрөлә.

Буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының атай-әсәйҙәренә кәңәштәр
Буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының атай-әсәйҙәренә кәңәштәр

Ҡыҙы яңы мөхиткә нисек өйрәнеп китер, тип әсәһе генә бер аҙ борсолоп тора. Был йәһәттән беҙҙең файҙалы кә­ңәштәр уға ла, башҡа беренсе класҡа барыусыларҙың яҡын­дарына ла ярҙам итер.

1. Күңелле, мажараларға бай мәктәп йылдарын хәтергә тө­шөрөп, балағыҙға ошо осорҙағы матур хәтирәләр, дуҫтарығыҙ ха­ҡында һөйләп, бергәләп  уҡыусы саҡтағы фотоһүрәттәрҙе ҡарап сығыу һәйбәт буласаҡ. Был иһә бәләкәскә үҙен ышаныслыраҡ  тойорға  ярҙам итер, уҡырға барыу теләген арттырыр.
2. Юғалып ҡалмау мөмкинлеге биргән мәғлүмәттәрҙе ятлауҙың файҙаһы тейер. Ғәҙәттә, был йәштәге балаларҙан: «Әсәйеңдең исеме кем?» – тип һораһаң, «әсәй», тип яуап ҡайтара. Шуға үҙенең исем-фамилияһын, телефон һанын, йорт адресын, ата-әсәһенең исемдәрен белеү кәрәк. Мәғлүмәтле булыу балаға таныш булмаған хәлдән сығырға ярҙам итәсәк.
3. Балаға үҙ әйберен тәртиптә тоторға өйрәтеү ҙә яҡшы. Алдан уҡ өйҙә уның дәрес әҙерләү урынын әҙерләп ҡуйығыҙ. Үҙен өлкән­дәрсә тотһон өсөн, бындағы тәртипкә яуаплы булыуын аңлатыу ҡама­сауламаҫ.
4. Мәктәптәге ауырлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар менән ҡур­ҡы­тырға кәрәкмәй. Барыһына ла уҡыу, иҫәпләү еңел генә би­релмәүе лә бар. Етмәһә, был йәштә  күптәр бер ерҙә генә  ултырырға яратмай. Ҡайһы берәүҙәрҙе ир­тәнсәк уятыуы ауыр. Шуға баланы «Һине мәктәпкә алмаясаҡтар», «Икеле» ҡуясаҡтар», «Класта көләсәктәр» тип ҡурҡытырға ярамай. Был һүҙҙәрҙе әйтеү һәр ваҡытта уңыш килтермәй, эҙем­тәһе аяныслы булыуы ла бар.
5. Балағыҙ өсөн уҡытыусы бу­лырға тырышмағыҙ. Дуҫлыҡ мөнә­сәбәттәрен һаҡларға ынтылығыҙ. Ҡайһы бер балалар икенселәр менән аралашҡанда ҡыйынһыныу кисерә, таныш булмаған өлкән кеше алдында юғалып ҡалыуы ихтимал. Балаға ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итегеҙ. Йорт янындағы майҙансыҡта класташтары өсөн уйын ойоштора һәм үҙегеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Балаларға ата-әсәйҙәр менән бергә уйнау бик оҡшаясаҡ.
6. Уңышһыҙлыҡты дөрөҫ ҡабул итергә лә өйрәтегеҙ. Уйында еңелеп, дуҫтары менән уйнауҙан баш тартты, ти. Бында һеҙҙең ярҙам талап ителә. Тиҫтерҙәренә тағы бер тапҡыр уйнарға тәҡдим итегеҙ, тик уйын ҡағиҙәләрен үҙгәртегеҙ. Бер генә еңеүсе бул­һын, ҡалғандары – еңелеүселәр. Уйын барышында һәр кемдең уңы­шын билдәләгеҙ. Күп еңел­гәндәргә лә өмөт биреп, дәрт­ләндерегеҙ.
7. Баланың яҡшы тәртибе — ғаилә мөнәсәбәттәре көҙгөһө.   «Рәхмәт», «Ғәфү итегеҙ», «Миңә мөмкинме...» тигән тылсымлы һүҙҙәрҙе мәктәпкә бармаҫ борон уҡ ятлап алһын. Өйҙә балаға бойороҡ, команда биреү ҙә кәңәш ителмәй. Уларҙы яғымлы үтенескә әйләндерергә ҡушыла. Ғәзизегеҙ һеҙҙе мотлаҡ ҡабатлаясаҡ, бар яҡлап та өлгө алырға ла ты­рышасаҡ.
8. Үҙ-үҙенә ышаныс тойғоһон үҫтерергә ярҙам итегеҙ. Буласаҡ уҡыусыға үҙ ихтыяждарына ҡарата иғтибарлы булырға, өлкәндәргә ваҡытында хәбәр итергә өйрә­тегеҙ. Ял иткән ваҡытта ҡайҙалыр тамаҡ ялғарға индегеҙ, ти. Балағыҙға үҙаллы заказ яһарға тәҡдим итегеҙ. Киләһе тапҡыр бөтә ғаилә өсөн быны эшләп ҡараһын. Поликлиникала: «Бәҙ­рәф ҡайҙа?» – тип һорап өйрәнһен йәки белгескә сиратҡа баҫһын.
9. Ғәҙәти тормошта үҙаллы­лыҡҡа өйрәтеү ҙә насар булмаҫ. Мәк­тәптән ҡайтҡас, уҡыу кейемен сисеп, тәғәйен шкафҡа матур итеп элеп ҡуйһын. Бала эште күберәк башҡарған һайын үҙен ҙурыраҡ итеп тоясаҡ.
10. Бала менән аралашҡан һайын файҙалы булырға ынты­лығыҙ. Әгәр ул байрам бәлеше бешерергә ярҙам итә икән, уның нимәнән, нисек әҙерләнеүен һөйләмәй ҡалмағыҙ.
Аҙыҡ-түлек универсамдары ла  – баланың иғтибарын үҫтереү өсөн бик ҡулай урын. Кәрзингә өс ҡап печенье, бер ҡап май, аҡ батон һәм ҡара икмәк алып килеп һалыуын һорағыҙ. Үтенесегеҙҙе бер тапҡыр әйтегеҙ ҙә башҡаса ҡабатламай тороғоҙ.  
Бала төшкө ашҡа өҫтәл әҙер­ләргә ярҙам итә. Дүрт тәрилкә, уларҙың уң яғына дүрт ҡалаҡ ҡуйырға тәҡдим итегеҙ. 
Йоҡларға әҙерләнһә, ҡулын йыуырға, таҫтамалды үҙ урынына элергә, ваннаның утын һүн­дерергә онотмаһын. Көн һайын бер үк эште ҡабатлаһа, был ғәҙәтенә лә инеп китәсәк.
Урам буйлап йөрөгәндә, магазинда, поликлиникала булғанда баланың иғтибарын унда яҙылған һүҙҙәргә – яҙыуҙарға йүнәлтеп, уларҙың мәғәнәһен аңлатыу кес­кәй кешене үҫтерергә ярҙам итәсәк. Юлда китеп барғанда осраған ағастарҙы, нисә аҙым атлағанын һанау ҙа ыңғай тәьҫир итәсәк.

 

Г.Шәйхетдинова

https://ye102.ru/articles/obrazovanie/2022-08-30/bulasa-berense-klass-u-yusylaryny-atay-s-y-ren-k-sht-r-2926565 

Автор:
Читайте нас: