Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Июнь 2022, 11:44

Рейдтар үтте

Эҫе көндәр килеү һәм һыу объекттарында һыу инеү миҙгеле асылыу менән Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмә­кәр­леге һәм профилактик эш бүлеге хеҙ­мәткәрҙәре тарафынан Ҡырмыҫҡалы ауылы быуаһы ярында санкциялы пляжды тикшереү буйынса рейд үтте.

Рейд барышында һыуҙа йөҙөү хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, ял итеү өсөн рәсми йыһазландырылған пляждарҙы һайлау, батып барған кешегә тәүге ярҙам һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамағанлығы хаҡында әңгәмәләр үткәрелде.
Ауырғазы район-ара күҙәтеү эш­мәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге хәүефһеҙ һыу инеүҙең төп ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрә: махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә; таныш булмаған урындарҙа һыуға һикерергә, сумырға ярамай; махсус ҡуйылған буйҙан йөҙөп сығырға ярамай; һыуҙа бер-берегеҙҙе ҡы­уышып, батырышып уйнамағыҙ; тын тултырылған матрастарҙа һәм йөҙ­гөстәрҙә йөҙмәгеҙ; төҙөк булмаған йөҙөү ҡорамалдары ҡулланмағыҙ; айыҡ булмаған килеш һыу инмәгеҙ; һай һыуҙа ла балаларҙың уйынын күҙәтегеҙ, сөнки улар уйнаған саҡта йығылып тонсоғоуы бар.
Кәмә, катамаран, скутер ҡул­ланған саҡта ҡотҡарыусы жилетһыҙ сығыу, ярҙан йыраҡ китеү, кәмәлә тороу, күсереү һәм һелкенеү, кәмәнән һыуға сумыу, кәмәгә борт аша менеү тыйыла.
Һыуҙа йөҙөүҙең хәүефһеҙлек саралары ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән саҡта ғына бәләнән йыраҡ тороуығыҙ хаҡында онотмағыҙ!


Илгиз ҒӘҘЕЛШИН,
Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе, эске хеҙмәт капитаны.

Автор:
Читайте нас: