Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Июнь 2022, 10:48

32 градус эҫе булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк был турала беҙгә нимәләр хәбәр итә?

32 градус эҫе булыуы көтөлә
32 градус эҫе булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә республикала йәнә йәйгесә йылы була. Шаршамбы, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ+ 22, +27 градус була.

Кесаҙна, 23 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градус.

Йома, 24 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +14, +19, көндөҙ +21, +26, көньяҡта +27, +32 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-22/v-bashkirii-ozhidaetsya-32-gradusnaya-zhara-2849720

Автор:Дарья Субботина
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: