Даирә
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Июнь 2022, 16:45

Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?

Бөгөн район хакимиәтендә үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә һүҙ шул хаҡта барҙы.

Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?
Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?

Беҙҙең районыбыҙҙа ситтән килгән туристарҙы йәлеп итерлек тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи урындар бик күп. Беҙҙең бурыс – эске туризмды үҫтереү, маршрут юлдарын раҫлау һәм яйға һалыу.  “Түңәрәк өҫтәл”де район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимова бик йәнле һәм ентекле итеп алып барҙы.

Унда шулай уҡ  муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсил Исламов, район мәҙәниәт һарайы начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева, тыуған яҡты өйрәнеүсе Резеда Әхтәмова, Ҡабаҡ ауылының хәрби-патриотик клуб етәксеһе Зәки Бикбаев, Чугункин исемендәге мәктәптең география уҡытыусыһы Илнур Йосопов һәм тәбиғи ҡомартҡылар урынлашҡан ауылдар биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

 ҡатнашыусылар мәктәп уҡыусылары, мөмкинлектәре сикләнгән балалар, өлкән йәштәгеләр өсөн шәфҡәтлелек сәфәрҙәре ойоштороу, шулай уҡ килгән туристар өсөн иҫтәлекле сувенирҙар булдырыу, үлән сәйҙәре менән сәй эсеүҙе ойоштороу, уңайлыҡтары булған автобустар кәрәклеге тураһында ҡыҙыу бәхәс алып барҙы.

Тәбиғәт ҡомартҡылары - Зәңгәркүл, Тауһеңер күлдәре, Ҡарлыман ауылындағы Олоташ мәмерйәһе, Шайморатов, Шәриф Бикҡол, М.Өмөтбаев, С. Аксаков, А. Юртов  музейҙары, сыуаш-мәҙәни үҙәгенә сәйәхәттәр һәр кемгә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булыуына шик юҡ.

Тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: