Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Апрель 2022, 14:24

Өфөлә йәмәғәт транспортында юл хаҡы ҡиммәтләнде

«Башавтотранс» һәм Өфөнөң бер нисә шәхси ташыусыһы ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн яңы тариф билдәләне. 

Өфөлә йәмәғәт транспортында юл хаҡы ҡиммәтләнде
Өфөлә йәмәғәт транспортында юл хаҡы ҡиммәтләнде

15 апрелдән «Башавтотранс» автобустарында ҡулаҡса һәм банк картаһы менән - 33 һум, «Алға» транспорт картаһы менән - 28 һум, экспресс режимда 40 һум түләргә кәрәк.

Алдан хәбәр ителгәнсә, түбәндәге маршруттарҙа ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ, шул иҫәптән «Алға» картаһы менән иҫәпләшкәндә юл хаҡы 35 һум була:

20 апрелдән 214-се «Дзержинский урамы - Т/юл вокзалы - «Иммунопрепарат», 218-се «Дим биҫтәһе - 18-се дауахана» һәм 257-се «Дағстан урамы - 21-се дауахана» маршруттарында.

22 апрелдән 244-се «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексы - Төньяҡ автовокзал» маршрутында.

25 апрелдән 211-се «Тимашев ҡасабаһы - Кузнецов затоны», 228-се «Химпром - «Пушкин» сауҙа-сервис комплексы», 249-сы «Асфальт-бетон заводы - «Пушкин» сауҙа-сервис комплексы» һәм 266-сы «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексы - Һигеҙенсе Март сауҙа-сервис комплексы» маршруттарында.

25 апрелдән 248-се «ДОК - «Планета» сауҙа үҙәге - Летчиктар урамы» маршруттарында.

25 апрелдән 210-сы «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексы - 75-се мәктәп», 221-се «Шакша биҫтәһе - Колхоз баҙары», 225-се «Шакша-2» - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы - «Планета» сауҙа үҙәге, 252-се «Ағиҙел урамы - Нижегородка биҫтәһе», 291-се «Шакша биҫтәһе - «Өфө - Арена» комплексы».

205-се «Парк урамы - «Өфө-Арена» - Нижегородка» маршрутында юл хаҡы ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ, шул иҫәптән «Алға» картаһы менән 30 һумға төшә.

Баш ҡала властары йәмәғәт транспортында юл хаҡының артыуын запчастарға, яғыулыҡҡа, ремонтҡа һәм лизинг түләүҙәренә хаҡтарҙың артыуы менән бәйләй.

Автор:
Читайте нас: