Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Февраль 2022, 20:08

Дистанцияла уҡыуға күсеүҙе кем хәл итә?

Был һорауға бөгөн иртәнге "Сәләм" тапшырыуында республика фән һәм мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин яуап бирҙе.  

Дистанцияла уҡыуға күсеүҙе кем хәл итә?
Дистанцияла уҡыуға күсеүҙе кем хәл итә?

Балалар баҡсаларында йәки мәктәптәрҙә балаларҙың 20 проценттан ашыуы коронавирус, киҙеү (грипп) йә киҫкен респиратор инфекция менән ауырыған хәлдә, дистанцияла уҡыуға күсеү тураһында ҡарарҙы учреждениеларҙың етәкселәре ҡабул итә. Был һорауға  бөгөн иртәнге "Сәләм" тапшырыуындағы Республикаға идара итеү үҙәге менән тура бәйләнештә республика фән һәм мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин яуап бирҙе.


Уҡытыусы ауырып китһә, ни эшләргә? Был осраҡта уны ошо уҡ фәнде алып барған икенсе уҡытыусыға алыштыралар. Башҡалары ла ауырыған хәлдә, дәрестәр теҙмәһенә үҙгәреш индерелә – был предметты ваҡытлыса башҡалары менән алмаштырып торалар.


Ике йыл элек республика етәксеһе, сығарылыш уҡыусыларын дәүләт имтихандарына мөмкин булған бар алымдарҙы ҡулланып әҙерләргә, тигән бурыс ҡуйғайны. Был юҫыҡта ла ярайһы алға китеш бар.


Республиканың иң яҡшы уҡытыусылары Башҡортостандың электрон белем алыу порталында: https://edu.bashkortostan.ru/ 2022 йыл имтихандарына әҙерлек буйынса онлайн-консультациялар уҙғара.


БДИ буйынса – һәр шишәмбе һәм кесе йома, сәғәт 15.00 - 17.00 (графикка ярашлы, 8 - 24 февраль);


– ТДИ (ОГЭ) – һәр шаршамбы һәм йома, 15.00 - 17.00 (график буйынса 9 февралдән 2 мартҡа ҡәҙәр).


Онлайн-консультация барышында уҡыусылар һәм педагогтар быйылғы БДИ материалдары тураһында ябай алымдар ярҙамында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Әйтәйек, имтихан эштәренең структураһы һәм йөкмәткеһе ни төрлө; ниндәй үҙгәрештәр индерелгән; ниндәй мәсьәләләргә айырым иғтибар йүнәлтергә һәм имтихандарға әҙерлекте нисек алып барырға; нисек типик хаталарҙы булдырмаҫҡа һәм әҙерлек өсөн ҡулайлаштырылған ресурстарҙан нисек файҙаланырға.


Мөрәжәғәттәр буйынса дөйөм алғанда, уҙған тәүлектә Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары юлдар буйынса 306 яҙыуҙы теркәгән, икенсе урында һаулыҡ һаҡлау темаһы – 257 мөрәжәғәт, өсөнсөлә төҙөкләндереү – 216.

 

Фото: видеонан скриншот.

Автор:
Читайте нас: