Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Аятел-Көрси" доғаһы ниндәй осраҡтарҙа һаҡлай?

Әгәр берәү өйөнән сығыр алдынан Аятел Көрси уҡыһа, Аллаһ уның йортон мохтажлыҡтан ҡотҡарыр. Әгәр... 

"Аятел-Көрси" доғаһы ниндәй осраҡтарҙа һаҡлай?
"Аятел-Көрси" доғаһы ниндәй осраҡтарҙа һаҡлай?

"Аятел Көрси"ҙе гел уҡып йөрөгөҙ

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахиим. Аллааһу ләә иләәһә иллә һүүәл-хәййүл-ҡаййүүм, ләә тәъ-хуҙүһү синәтү-үә лә нәүүм, ләһү мәә фис-сәмәәүәәти үә мәә фил-ардъ, мәңҙәлләҙии йәшфәғү ғиңдәһү илләә би иҙниһ, йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм, үә ләә йүхиитуунә бишәй-им-мин ғилмиһии илләә бимәә шәәәә әъ, үәсиғә күрсиййүһүс-сәмәәүәәти үәл-ардъ, үә ләә йә-үүдүһү хифҙуһумәә үә һүүәл-ғәлиййүл-ғәҙыым.

Мәғәнәһе: Аллаһ, Унан, тере һәм мәңге булғандан башҡа, илаһ юҡ. Уны йоҡомһорау ҙа, йоҡо ла алмай; күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Уныҡы. Уның алдында Үҙ рөхсәтенән башҡа, кем яҡлаша алыр? Ул уларға ҡәҙәр булғандарҙы ла һәм уларҙан һуң булғандарын да белә, ә улар, Уның теләгенән тыш, Уның белеменән бер нәмә лә аңлай алмай. Уның тәхете күктәрҙе һәм Ерҙе биләй, һәм уларҙы һаҡлау Уға ауыр түгел,—Ул бөйөк, олуғ!

Был Аятел Көрси аяты Аллаһы Тәғәләне, тәүхидте ололауҙы, Аллаһтың сифаттарын үҙ эсенә алыу йәһәтенән Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары араһында мөхтәрәм аят булып тора. Шуның өсөн дә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: “Бер кеше Аятел Көрсиҙе һәр фарыз намаҙҙан һуң уҡыһа, ул кеше хәҙер үк ожмахҡа инер ине. Ләкин ожмахҡа инеүҙән тыйған нәмә үлем генә. Аллаһтың дуҫы һәм Уға ғибәҙәт ҡылыусы Аятел Көрсиҙе даими уҡыр, һәр бер кеше йоҡларға ятҡас, Аятел Көрсиҙе уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә был уҡыусыға һәм күршеләренә именлек бирер”, — тине.

Әлеге аят Ҡөрьәндең иң оло аяттарынандыр.

Аятел Көрси ендәрҙең уҫаллығынан иртәнән кискә, кистән иртәгәгә ҡәҙәр һаҡлар.

Аятел Көрси Ҡөрьәндең дүрттән бер өлөшөнә тиң.

Әгәр ҙә берәү фарыз намаҙҙарҙан һуң даими әлеге аятты уҡыһа, уны йәннәттән бары тик үлем генә айырып торор.

Әлеге аятты һәр фарыз намаҙҙан һуң уҡыһа, ул икенсе намаҙға ҡәҙәр именлектә булыр.

Ишектән кергәндә Аятел Көрси уҡылһа, ул өйҙән шайтан ҡасыр.

Аятты уҡыусы үҙе, уның ғаиләһе, өйө, байлығы, хатта, 40 күршеһе лә имен булыр.

Ҡараҡ Аятел Көрси уҡыусы янына яҡын да килмәҫ.

Әгәр Аятел Көрси Бәҡара сүрәһенең һуңғы аяты менән бергә уҡылһа, доға яуапһыҙ ҡалмаҫ.

"Раббәнәә ләә түәәхыйҙнәә ин нәсиинәә әү әхътаънәә. Раббәнәә вә ләә тәхмил галәйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһүү галәлләҙиинә миң ҡаблинәә. Раббәнәә вә ләә түхәммилнәә мәә ләә тәәҡатә ләнәә биһ, вәғфү ғәннәә, үәғфирләнәә үәрхәмнәә, әңтә мәүләәнәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин". ("Бәҡара" сүрәһе, 286-сы.)

(Эй, Раббыбыҙ! Әгәр онотоп йәки белмәйсә хата эшләһәк, беҙҙе яуаплы итеп, хисапҡа тартма. Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙән әүәлгеләргә биргән кеүек, беҙгә күтәреп булмаҫлыҡ ауырлыҡтар бирмә. Эй, Раббыбыҙ! Беҙгә көсөбөҙ етмәгән нәмә йөкләмә, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү әйлә, беҙҙе кисер, беҙгә мәрхәмәт ит, сөнки Һин беҙҙең Раббыбыҙ, кәферҙәргә ҡаршы беҙгә ярҙам ит). ("Бәҡара" сүрәһе, 286-сы аят.)

Ендәр был аят уҡылған һауыт-һабаны аса алмаҫ.

Берәү йоҡлар алдынан Аятел Көрсиҙе уҡыһа, уны ике фәрештә таң атҡансы һаҡлар.

Кем дә кем иртән Аятел Көрсиҙе һәм Ғафир сүрәһенең башын уҡыһа, ул кискә ҡәҙәр һәм, әгәр ҙә кис уҡыһа, таң атҡансы именлектә булыр.

Әгәр берәү өйөнән сығыр алдынан Аятел Көрси уҡыһа, Аллаһ уның йортон мохтажлыҡтан ҡотҡарыр.

Әгәр был аятты уҡып, сирле кешене өшкөрһәң, Аллаһ уның 63 сирен еңеләйтер.

Именлек өсөн һәр көн 33 йәки 99 тапҡыр уҡыу зарури.

Ендәрҙе ҡыуыу өсөн уҡыла.

Насар төш күреп ғазапланыусылар йоҡлар алдынан 3 тапкыр уҡыһын.

Берәү йома көндө, яңғыҙы ҡалған хәлдә, әлеге аятты 70 тапҡыр уҡыһа, ул эске рухи яҡтылыҡты һиҙер, был миҙгелдә Аллаһ доғаларын ҡабул итер.

Күңел тыныслығы өсөн йоҡлар алдынан Аятел Көрсиҙе һәм (109 Әл–Кәфирун), (110 Ән–Нәсър), (112 Әл–Ихлас), (113 Әл–Фәләҡ), (114 Ән–Нәс) сүрәләрен уҡырга кәрәк.

Ғәли радыяллаһу ғәнһу былай тигән: Мин йоҡлар алдынан Аятел Көрсиҙе уҡымаған мосолмандарҙы аңламайым. Әгәр һеҙ был аятты уҡыуҙың ниндәй файҙалары барлығын белһәгеҙ, уға бик ныҡ иғтибарлы булыр инегеҙ. Был аят Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ҡәҙәр бер пәйғәмбәргә лә индерелмәгән. Мин бер ваҡытта ла Аятел Көрсиҙе укымайынса йоҡларға ятмайым.

Фото: green-dd.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
Башҡортостан гәзитенән. 
Автор:
Читайте нас: