Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«40 «Йәсин» сүрәһе уҡыуҙың бәрәкәте ҙур»

– Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ.  40  «Йәсин» сүрәһен  мәрхүмдәргә, ауыр хәлдә булғандарға, ниндәйҙер уй-теләктәр тормошҡа ашһын, тип  уҡырға була, – ти Хаммад хәҙрәт.    

– 40 тапҡыр «Йәсин» уҡыу  вәжиб, фарыз ғәмәл түгел. Шулай ҙа уҡыһаң, бик яҡшы. «Йәсин»ды бер тапҡыр уҡыһаң да, яҡшы. 10, 40 тапҡыр уҡыһаң да һәйбәт. Уҡыған һайын «Йәсин»дең бәрәкәте ҙур. Шуға күрә диндә 40  «Йәсин» уҡыу юҡ, тип әйтеп булмай.

Үҙегеҙ беләһегеҙ бит инде, «Йәсин» – Ҡөрьәндең йөрәге. Шуға кешеләр, 40 «Йәсин» тип, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен, ярҙамын өмөт итеп уҡый. Мәрхүмдәргә генә түгел, тереләр өсөн дә уҡыла.

Кемгәлер бағышлап, 40 «Йәсин»де бер көндә үк уҡырға мөмкин. Мәҫәлән, 10 кеше ултыра ла 4 тапҡыр уҡып сыға. Шулай ҙа мөмкин. Көнөнә 1 «Йәсин» генә лә уҡып, 40-ҡа  еткерергә лә була. Ысынында уның файҙаһы ныҡ ҙур, иҫ китмәле, – ти ул.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:
Читайте нас: