Был донъяла бер-береһенә дуҫ булған, бер-береһен гонаһлы эштәргә әйҙәгән кафыр һәм мөшриктәр Ҡиәмәт көнөндә бер-беренә: "һин мине саҡырҙың гонаһ ҡылырға", "юҡ, һин күрһәттең, һин өйрәттең мине ул эшкә", тип Аллаһ алдында аҡланырға маташасаҡтар.
Әммә һәр береһе үҙ язаһын аласаҡ.
Ә тәҡүәле мосолмандарҙың дуҫлығы мәңгелек.
Уларҙың был донъялағы дуҫлығы - бер-береһен яҡшы, изге эштәргә саҡырыуы, мөхәббәте, Ҡиәмәт көнөндә тағы ла көсәйеп мәңгелеккә Йәннәт баҡсаларында ҡаласаҡ, унан һуң бер ниндәй үкенес, ҡайғы-хәсрәт булмаясаҡ.
Эй Аллаһ, бөтөнөбөҙҙө берҙәй итеп бәхет юлы Ислам диненә ҡайтар!
Ҡиәмәт көнөндә үҙенең тәҡүәлеге, диндарлығы менән айырылып торған, һиҙәйәтең төшкән, яратҡан ҡолдары итеп йый.
Әмин!