Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
13 Октябрь 2023, 10:17

Хәләл колбасала... сусҡа ите

Ә беҙ ышанып алабыҙ бит әле...    

Хәләл колбасала... сусҡа ите
Хәләл колбасала... сусҡа ите

Башҡортостанда үҙ тауарҙарын һатҡан өс етештереүсенең “Хәләл” маркаһы менән һатылған колбасаһында сусҡа ДНК-һын тапҡандар. Лаборатор анализдар “Дары Урала” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Челны-мясо” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Царицыно” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре продукцияһында сусҡа итен асыҡлаған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы.

Шул уҡ ваҡытта колбаса этикеткаларында составта йылҡы, һыйыр һәм ҡош ите генә күрһәтелгән. Лаборатор тикшеренеүҙәрҙе Гигиена һәм эпидемиология үҙәге үткәргән. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар “әҙер ит продукцияһын фальсификациялау” тип баһалана. Роспотребнадзор етештереүселәр адресына Рәсәй ҡануниәтенең мотлаҡ талаптарын боҙоуға юл ҡуймау тураһында иҫкәртеү ебәрҙе.

Ә беҙ тышындағы “хәләл” тигән яҙыуға ышанып алған булабыҙ. Гонаһы кемгә булыр икән?..

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
 
 
Автор:
Читайте нас: