Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юлсылар өсөн мәсет асылды

Өфө яғынан Ҡырмыҫҡалыға етәрәк ерҙә урынлашҡан Юлсылар мәсетен асыу тантанаһы үтте.

Юлсылар өсөн мәсет асылды
Юлсылар өсөн мәсет асылды

Юлсылар өсөн мәсет асылды

Өфө яғынан Ҡырмыҫҡалыға етәрәк ерҙә урынлашҡан Юлсылар мәсетен асыу тантанаһы үтте. Бында Өфөнән, Мысырҙан ҡунаҡтар килгәйне. 

Иң тәүҙә мәсетте асыуға бағышлап доға ҡылынды.

- Республикала эшләп килгән “Юлдаш” проекты сиктәрендә ундан ашыу модулле Юлсылар мәсете асылды, ә бындай форматтағы мәсет тәүгеһе. Был йүнәлеште үҫтерербеҙ, тип уйлайбыҙ. Бында тәһәрәт алыу, намаҙ уҡыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Мәсет юлда йөрөүсе барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең яратҡан урынына әүерелер, тип ышанабыҙ. Тиҙҙән бында беседкалар ҡуйылыуы, “Хәләл” кафе асылыуы ла планлаштырыла. Юлсылар был урында туҡтап, ял итеп, намаҙ уҡырға мөмкинлек аласаҡ. Ҡырмыҫҡалы эргәһендәге мәсеткә аҡса йыйыуҙы бер ай элек кенә башлағайныҡ. Кәрәкле сумма тиҙ арала йыйылды. Эшҡыуар Наталья Юртова Мосолмандар диниә назаратына ошо бинаны бушлай бирергә ҡарар итте, тик ул үҙе бөгөнгө тантанаға килә алманы, - тине “Сауап” Хәйриә фонды етәксеһе Арсен Зиннәтуллин.

- Бөтә юлсылар ҙа бында килеп, рәхәтләнеп намаҙ уҡыһындар. Был юлдан күп тапҡырҙар үтергә тура килә. Машиналарын туҡтатып, юл ситендә намаҙ уҡыған мосолмандарҙы даими күрергә тура килә. Шуға күрә ошо бүлмәне юлсылар өсөн мәсет итеп эшләргә тигән тәҡдимде ихлас ҡабул иттек. Ҡышҡы һыуыҡтарҙан, ҡар һәм ямғырҙан һаҡланып, бында йылыла намаҙ уҡыһындар. Башҡортостанда мосолмандар ҙа, христиандар ҙа һәм башҡа дин вәкилдәре дуҫ, татыу ғүмер итә. Артабан да шулай булыуын теләйем, - тине Наталья Юртованың әсәһе Анна Ивановна.

Ауылдарҙа мәсеттәр күбеһенсә йома көндәрендә генә асыла, ә бында көн дә намаҙ уҡыусылар булыр тигән ышаныс белдерҙе улар.

Сара һуңынан бөтә ҡунаҡтар яҡты, йәмле мәсеттең уңайлыҡтары менән таныштылар, намаҙ уҡынылар һәм ошо изге эште башҡарыу өсөн ҙур көс һалғандарҙың барыһына ла сауаптары насип булһын тигән теләктәрен әйтте.

- Юлсылар мәсетенең төнөн янып торған ярымайы юлда йөрөүсе барлыҡ мосолмандарҙы әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торасаҡ, - тине “Хәләл” стандарты комитеты эксперты Рәжәп Мөхәмәҙиев.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, намаҙ өсөн күп кәрәкмәй – иң мөһиме, ул урын яҡты, таҙа булһын, ә ҙурлығы мөһим түгел, мосолмандарҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ун квадрат метр ҙурлыҡтағы бүлмә лә етә.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: