СөбхәнАллаһ...СөбхәнАллаһ... Был видеолағы ҡатын-ҡыҙ емеректәр аҫтында ятыуына ҡарамаҫтан яулыҡһыҙ сығырға риза булмай. СөбхәнАллаһ.. Ул яулыҡ бирмәйенсә, ғәүрәтен ҡапламайынса ярҙамдан баш тарта.
Ҡатын - ҡыҙҙарға был пост менән иҫкәртеү эшләйем.
1. Әгәр әле һеҙ яулыҡта түгел икән, ниндәй генә сәбәп булмаһын - ябын. Һуң булып ҡуймаһын. Йәшегеҙгә ҡарамағыҙ, кейәүгә сығырға өмөтөн өҙгән оло йәштәге
ҡатындарҙан башҡа барыбыҙға ла ҡағылған, Аллаһ Тәғәләнең бойороғо был.
2. Яулыҡ ябынған ҡатын-ҡыҙға. Ситтән хиджәбегеҙгә ҡарағыҙ. Дөрөҫмө ул? Аллаһ ҡаршыһына ошо ҡиәфәтең менән баҫырға әҙерһеңме? Әгәр юҡ икән, үҙгәрт хиджәбеңде.
Был ҡыҙ хатта үлем янағанда ла, емеректәр аҫтында ятһа ла, башын ҡапламай сығырға риза түгел. Ә беҙҙә күптәребеҙ белә тороп урамға бар матурлыҡтарын күрһәтеп сыға. Уйланырға урын бар бит?!