- Ирек хәҙрәт, ҡояш сығыу һәм байыу ваҡытын ғәҙәттә календарҙан ҡарайбыҙ. Тик ҡайһы берҙәрендә ваҡыттары тура килмәй, айырыла. Был осраҡта ни эшләргә?
- Эйе, уларҙа бер аҙ айырма бар. Ниәтте бер нисә минутҡа иртәрәк әйтеү, ә ауыҙ асыуҙы шулай ук бер нисә минутка һуңыраҡ башҡарыу дөрөҫөрәк булыр.
- Ҡайһы берҙәрҙең онотолоп китеп, һыу эстем йәки ашаным, тигәндәрен ишеткән бар.
- Был осраҡта ураҙамды боҙҙом тип уйлау ғилемһеҙлектән килә. Ошо хаҡта пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.), кеше ураҙа тотҡан килеш онотолоп, ашаһа йәки эсһә, белегеҙ, уны Аллаһ Тәғәлә үҙе ашатҡан, эсергән, тигән. Ул кешенең ураҙаһы боҙолмай. Шуға ла иҫенә төшөү менән, ашауҙан тыйылып, ауыҙҙы сайкағас, ураҙаны артабан дауам итергә кәрәк. Бының бер ҡурҡынысы ла юҡ, сөнки онотолоу кеше ихтыярында түгел.
- Сәхәр ваҡытын йоҡлап ҡалғанмын, шуға бөгөн ураҙа тота алманым, тиеүселәргә нимә тип әйтеп була?
- Әгәр йоҡлап ҡалған икән, ниәт әйтмәйенсә лә дауам итә ала, сөнки кисәге ураҙаһынан һуң уҡылған ауыҙ асыу доғаһында икенсе көнгә ниәт бар.
- Укол һалдырыу, крем һөртөү күҙгә, ҡолаҡҡа дарыу тамыҙыу ураҙа тотоусыға рөхсәт ителәме ?
- Ураҙала тәнгә бер нимә лә инергә тейеш түгел. Әгәр кеше сирләй һәм дарыуһыҙ тора алмай икән, әле тотмай үткәреп, һуңынан һауыҡҡас йәки сәфәрҙән ҡайтҡас, һәр ҡалдырған көнөн ҡаза ураҙаһы итеп тота ала. Шул уҡ шарт сәфәргә сығыусыға ла ҡағыла. Һәм күҙгә, ҡолаҡҡа дарыу һалыу, һөрмә тартыу, крем һөртөү һәм һыу инеү ураҙаны боҙмай.
- Рамаҙан айының башында, уртаһында, аҙағында өс көн тотһаң, етә, тиеүселәр бар.
- Уны динде үҙенсә аңлай башлаусылар әйтә. Ҡөрьәндә өсәр көн тураһында һүҙ юҡ, шуға ураҙаны тулыһынса тоторға кәрәк.
- Был осорҙа нисек туҡланырға?
- Ризыҡ хәләл булырға тейеш. Көндәр оҙон, төндәр ҡыҫҡа саҡта еңел, тиҙ үҙләштерелә торған ризыҡ ашарға кәрәк. Финик йәки һыу менән ауыҙ асыу бик яҡшы. Ауыҙ асыу доғаһынан һуң намаҙ уҡыла. Уға 5-7 минут үтә. Был ваҡытта ашҡаҙан ризыҡ ҡабул итергә әҙерләнә. Ашҡаҙан һутын шыйығайтып, һыуҙы күп эсмәйенсә, артыҡ шыйыҡ аҙыҡ ашамау хәйерлерәк. Кире осраҡта ашҡаҙанда ауырлыҡ барлыҡҡа килеүе, аҙыҡтың эшкәртелмәүе мөмкин. Сәхәрҙә иһә оҙаҡ эшкәртелә торғанды, мәҫәлән, бутҡа, ит, киптерелгән емеш- еләктәр ашарға кәрәк. Дөйөм алғанда, һәр кем үҙ организмына һәм сәләмәтлегенә ҡараһын.
- Ҡайһы бер ураҙа тотоусылар ауыҙҙан еҫ сыға, mип зарлана...
- Ураҙа тотоусы мосолмандың ауыҙынан сыҡҡан еҫе фәрештәләр алдында хушбуйҙан да яҡшыраҡ, тигән хәҙис бар. Көн дауамында һаҡлыҡ менән ауыҙҙы сайҡатып алырға мөмкин, шуға ла бынан ҙур проблема яһарға кәрәкмәй.
- Фитыр саҙаҡаһын ҡасан бирергә?
- Уны ай дауамында бирергә мөмкин, әммә ураҙа бөтөп, ғәйет намаҙынан да һуңға ҡалырға тейеш түгел.
- Ҡәҙер кисенең ҡөҙрәте тураһында әйтеп китһәгеҙ ине.
- Ҡәҙер кисенең исеме ҡәҙерле, изге, бөйөк тигәнде аңлата. Ҡөрьән-Кәримдә Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк, тиелгән. Ул уртаса һикһән йылға торошло. Ҡыҫҡаһы, һикһән йыл буйы ғибәҙәт ҡылған кеүек булаһың. ПәйғәмбәребеҙҠәҙер кисен Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә эҙләгеҙ, тигән. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 26-һынан 27-һенә ҡараған төндә, йәки таҡ көндәрҙә тиелә, әммә мосолман был изге ваҡытты файҙаланып ҡалыр өсөн һәр көн уяу булырға, күберәк Ҡөрьән, дини китаптар уҡырға, зекер, ғибәҙәт ҡылырға тейеш.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
- Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, ғәмәлдәрҙе еңеллек менән башҡарып, тотҡан ураҙаларҙың ҡабул булыуын теләйем.
Илнара ХӘКИМОВА әңгәмәләште.
Фото "Мечеть Кармаскалы" төркөмөнән.