Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Доға көсө (Әкиәт)

– Йә, Хоҙай! – Фатиха инәй иҫенә килгәндәй, саҡ ҡысҡырып ебәрмәй. –Был егеттең алъяпҡысы аҫтынан оҙон ҡойроғо сығып тора, аяҡтары урынында – тояҡтар. Бына ул сәстәрен бер яҡҡа һелтәп ебәреүе булды, маңлайында... маңлайында бәләкәй генә мөгөҙҙәре күренде!..

Доға көсө (Әкиәт)
Доға көсө (Әкиәт)

Борон-борон заманда, бер ауылда йәшәгән, ти, бик татыу ғаилә: атаһы, әсәһе һәм һылыу ҡыҙ Зыягөл. Аллаһ Тәғәлә был ир менән ҡатынға башҡа бала бирмәгән. Шуға ла ҡыҙҙарын күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына торғандар, берәй хәлгә тарып ҡуймағайы тип, өй тирәһенән бер ҡайҙа ла сығармаҫҡа тырышҡандар. Ата-әсәһенең саманан тыш ҡурсалауы, һөйөүе ҡыҙҙа уңайһыҙланыу хисе тыуҙырған. Шулай ҙа тыңлаусан, миһырбанлы бала ата-әсәһенең ихтыярына ҡаршы булмаған. Уларҙы бер ҙә генә борсоғоһо килмәгән...

Шулай, көн артынан көн үтеп, ғүмер йылғалары һәүетемсә генә аҡҡан да аҡҡан. Зыягөл килбәтһеҙ генә үҫмер ҡыҙҙан, һомғол буйлы, ун алты йәшлек сибәргә әйләнгән. Элгәре ҡыҙҙарҙы йәштән үк кейәүгә биргәнлектән, яусыларҙан уларҙың ҡапҡаһы ябылмаған. Күптәр Зыягөлдө үҙенең һөйөклө ҡатыны, ғаилә усағын һаҡлаусы хужабикә итеп күргеһе килгән. Ул замандағы йола буйынса ҡыҙҙы үҙенең ризалығы булмаһа ла кейәүгә биреп ебәрә алһалар ҙа, ата-әсәһе Зыягөлдө яратмаған кешеһенә бирергә теләмәгән. Ләкин ҡыҙға егеттәрҙең береһе лә оҡшамаған. Күҙ нурылай күргән баланың теләгенә ҡаршы килмәй, ҡыҙҙы яратҡан кешеһенә генә бирергә ҡарар итә ата менән әсә. Өйҙәре бушап, күңелһеҙләнеп ҡалыуҙан да бигерәк ҡыҙҙы, үҙҙәренән айырып, яратмағанға биреп ебәрергә теләмәгәндәр ҙә.

Ә ҡыҙ, ысынлап та, күҙ ҡамашырлыҡ һылыу булған: тулған айҙай ап-аҡ йөҙ, һөрмәле ҙур ҡара күҙҙәр, оҙон ҡуйы керпектәр. Ә ергә һибелгән иртәнге ысыҡтай, ҡояшҡа ялт-йолт килеп емелдәгән көмөш сәсмәүҙәр тағылған толомдары егеттәрҙе аҡылдан яҙҙырған. Хуш еҫле ялан сәскәләре еҫе аңҡытып йөрөгән үҙе. Зыягөлдө күргән һәр кеше уның сибәрлегенә һоҡланыуын йәшерә алмаған.

.....Йәйге көндәрҙең береһендә ауыл ҡыҙҙары урманға еләккә барырға була. Ул йыл еләк, балаҫтай түшәлеп, емерелеп уңған. Әхирәттәре Зыягөлдө лә үҙҙәре менән саҡырған. Ата-әсәһе ҡыҙҙы урманға ебәрмәҫкә бик оҙаҡ тартышһа ла, ниһайәт, ҡыҙҙар уларҙы: “Бер-ике сәғәткә генә ебәрегеҙ инде. Беҙ барыбыҙ ҙа уны ҡарап ҡына йөрөтөрбөҙ. Күҙ уңынан бер ҙә ысҡындырмаҫбыҙ”, – тип күндерә.

Шул тиклем дә ялынып һорағас, күҙ ҡараһылай күргән ҡыҙҙарын еләккә ебәрергә риза була атай менән әсәй.

Ҡыҙҙар, ҡыуанышып, ҡош тубылай сырҡылдашып, ҙур булмаған тау итәгенә юллана. Бында, ғәләмәт ҙур туғайлыҡта, хуш еҫле еләкте тәгәрәп ятып йыйырға була. Яланға килеп етеүҙәре була, балаҫ кеүек түшәлеп ятҡан ҡып-ҡыҙыл һутлы еләкте күреп, мөкиббән китеп, донъяларын онота ҡыҙҙар.

Шулай ҙа, ваҡыты-ваҡыты бер-береһен юғалтмаҫ өсөн, тауыш бирешеп, ҡый-ҡыулашып алалар. Айырыуса Зыягөлдөң исеме йыш яңғырап тора. Бәс,

шулай булмай ни, ата-әсәһенә ҡыҙҙы ҡарап, һаҡлап йөрөтөргә вәғәҙә ителде бит. Бер ни тиклем ваҡыт уҙып, күнәктәр татлы емеш менән тулыуға, ялан уртаһындағы ҡыуаҡ төбөнә ҡыҙҙар йыйыла башлай. Өйгә ҡайтыр ваҡыт та етә. Зыягөл дә күнәген тултырып уҡ йыйған еләкте. Вәт, исмаһам, атаһы менән әсәһе ҡыуанасаҡ!

Йыйынып, юлға сыҡҡансы, эңер ҙә төшә. Бына тиҙҙән өйҙә буласаҡбыҙ, ауыл осондағы тау битләүендәге зыяратты ғына үтәһе ҡалды, тип, үҙ-үҙҙәрен йыуата-йыуата атлай ҡыҙҙар. Зыяратҡа еткәс, ҡурҡыштарынан бер-береһенә һыйына биреп, тиҙ-тиҙ генә үтеп китергә ашығалар. Ҡапыл Зыягөл ҡысҡырып ебәрә. Баҡтиһәң, ул ҡолаған да күнәге ҡулынан төшөп китеп, еләге ян-яҡҡа сәселгән икән. Өҫтәүенә, аяғын да ҡаймыҡтырған булып сыға. Көтөлмәгән хәлдән ныҡ ҡурҡҡан ҡыҙҙар, әйберҙәрен ташлап, әйләнеп тә ҡарамай, сыр-сыу килеп, ауыл яғына табан саба. Ҡурҡыуҙан бигерәк, аяғы һыҙлауҙан ни эшләргә белмәгән Зыягөл, ҡыҙҙарҙы янына саҡырып, ҡысҡырып ҡарай. Тик, ҡайҙа һуң, уларҙы туҡтатып буламы инде?

    Ҡараңғылыҡ ҡуйырғандан-ҡуйыра, бына ғына ятҡан ауылдың һәр өйөндә бер-бер артлы шәмдәр тоҡана. Зыягөл, юл ситендә ятҡан таяҡты эләктереп алып, көс-хәлгә аяғына тороп баҫа. Һыҙланыуға тешен ҡыҫып булһа ла түҙеп, яйлап, ауыл яғына ҡарай китә.

Шул саҡ ҡыҙ һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ағылған иҫ киткес бер моң ишетә. Ул, туҡтап, көсәйә барған тылсымлы тауышҡа тынысланып ҡала. Ауыртыныу ҙа баҫылғандай була. Аптырап ҡалған һылыу, тирә-яғына күҙ һирпә. Ҡайҙан ағыла һуң күңелдең нескә ҡылдарын сиртеүсе был моң? Аңғармаҫтан Зыягөл зыярат ситендәге тимерсенең иҫке йорто тәҙрәһендә ут яныуын шәйләп ҡала. Кемдеңдер эстә тегеләй-былай йөрөгәне күренә. Әһә, моң ошо өйҙән ағыла бит! Ул уны үҙенә арбай, саҡыра. Зыягөл, ҡурҡыуын да онотоп, тимерсе өйөнә йүнәлә. Нисек итеп текә тау битләүен үткәнен дә абайламай, тәҙрә төбөнә килеп туҡтай.

...Ҡыҙ тәҙрәгә күҙ һалыуы була, ялҡынланып янған утҡа ҡарап торған, һомғол кәүҙәле сибәр егетте күрә. Ҡуйы ҡара сәстәре маңлайына төшөп, көслө ҡулында сүкеш уйнап тора. Ул нимәлер сүкей, ә тимер сыңынан хатта моң ағыла кеүек. Көй тылсымлы булып сыға. Шулай булмаһа, ҡыҙҙы үҙенә арбамаҫ та ине. “Ҡайһылай сибәр егет. Ах, минең ирем уның кеүек булһын ине! Әгәр ошо егет миңә яусы ебәргән булһа, мин шунда уҡ ризалыҡ бирер ҙә ҡуйыр инем! Ҡайҙан килеп сыҡҡан икән беҙҙең ауылға? Нишләп элек үк күрмәнем уны?..” – тип уйлана ҡыҙ. Шул ваҡыт, эшен тамамлаған егет, тәҙрә яғына башын бора ла ҡыҙҙы күреп ҡала. Ҡыҙыҡ, ә Зыягөл егеттән һис тә ҡурҡмай. Тәҙрәгә яҡын килгән егет, йылмайып:

– Ҡайҙан һин, һылыуҡай? Төнөн был тирәлә ни эшләп йөрөүең?

– Мин... мин... – оялышынан, ауыҙ асып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡыҙ. Шулай ҙа:

– Мин еләккә тип килгәйнем. Аяғымды ҡаймыҡтырҙым. Әхирәттәремдән тороп ҡалдым.

– Әйҙә, ин, торма ишек төбөндә, бер аҙ ял ит. Һуңынан үҙем оҙатып ҡуйырмын үҙеңде.

Ҡыҙ өйгә инергә баҙнат итә. Танышалар. Егет:

– Мин һеҙҙең ауылығыҙға яңыраҡ ҡына килеп урынлаштым. Ошо тимерлектә йәшәйем. Ауылығыҙҙа тимерсегеҙ юҡ икән. Был эштә хәҙер мин эшләйәсәкмен. Әлегә бер кемде лә белеп еткермәйем. Хәйер, эштән бушап, бер ҡайҙа ла китә лә алмайым. Буш ваҡытың булғанда һин үҙең миңә ҡунаҡҡа кил, йәме?!. – ти.

–Килермен, – тип баҙнатһыҙ ғына яуаплай ҡыҙ.

– Ҡара уны, һылыуҡай, алдама мине, бигерәк сибәрһең, ныҡ оҡшаның әле үҙең миңә. Ҡурҡма, мин һине бер ҡасан да йәберләмәм...

...Шул саҡ тышта кешеләр тауышы ишетелеп ҡала. Зыягөл, ауылдаштарының үҙен эҙләргә сығыуын шәйләп ҡала.

– Миңә китергә ваҡыт. Һуң булып китте. Әсәйем менән атайым мине эҙләргә сыҡҡан. Борсола торғандарҙыр, – тип, тышҡа атыла. Шунда уҡ атаһы уның янына йүгереп килә, әсәһе һыҡтап илай:

– Ҡайҙа ғына йөрөйһөң һин, балаҡайым?!. Төнө буйы һине эҙләйбеҙ?

Күп илауҙан шешенеп бөткән, ҡыҙҙарын оҙаҡ эҙләүҙән йонсоған атай менән әсәй, балаҡайын ҡыҫып ҡосаҡлап, ауылға, өйҙәренә табан атлай.

Иртән тороуға Зыягөлдөң аяғы ауыртмай. Әйтерһең дә, бер ни ҙә булмаған. Атай менән әсәй, ҡыҙҙарының ҡаршыһына ултырып, төндә ҡайҙа булғанлығын, кемдәрҙе күреүен һораша башлай.

– Атай, беҙҙең ауылға яңы тимерсе килгән икән. Кисә мин уны үҙем күрҙем, һөйләшеп торҙом, ваҡыттың үткәнен дә тоймағанмын. Шуға тиклем аяғымды ҡаймыҡтырғайным. Еләк тә алып ҡайтып булманы һеҙгә. Минең ҡолап, ҡурҡышымдан ҡапыл ҡысҡырып ебәреүемә, яңғыҙымды ҡалдырып, ҡыҙҙар, ҡурҡып, ҡасышып бөттө. Тимерсенең өйөндә яҡтылыҡ күреп ҡалдым. Матур көй яңғырай ине. Шунда, аяғымдың ауыртыуы ла бөттө. Нисек итеп тимерсе янында тороуымды үҙем дә аңғармай ҡалдым. Сибәр генә егет, яңыраҡ ҡына ауылға килеп төпләндем, ти.

– Һин нимә һөйләйһең, балаҡай? Бер ниндәй ҙә тимерсе юҡ беҙҙең ауылда! Кисә һине ул ташландыҡ өйҙә барып тапҡанда, бер ниндәй ҙә яҡтылыҡ та, әҙәм заты ла юҡ ине унда. Ҡурҡышыңдан, әллә күҙеңә генә күрендеме икән, ҡыҙым?

Зыягөл бер яуап та бирмәй, һүҙһеҙ генә урынынан тороп, өй эштәре менән булыша башлай. Ә теге егет һаман башынан сыҡмай. Атаһы менән әсәһе, аптырашып ултырып ҡалһа ла, үтер, онотолор, элеккесә йәшәрбеҙ, тип уйлап, ҡыҙҙарын борсомаҫҡа, бынан ары уны бер ҡайҙа ла яңғыҙын сығармаҫҡа була.

Бер аҙ ваҡыт үтә... Зыягөл йоҡларға ятырға әҙерләнә. Тик ҡыҙҙың йоҡоһо –  йоҡо булмай: уның күҙ алдына теге сибәр егет килә лә баҫа. Үҙенә саҡырғандай булып, етмәһә, ҡолағына моң ишетелә. Улар күрешмәгән арала һылыуҡай,күҙгә күренеп, һулый: йөҙө һарғая, хәлһеҙләнә, күҙҙәрендәге элекке осҡон да һүнә.

Гел генә өйҙә лә тотоп булмай, әхирәттәре менән өй буйындағы эскәмйәлә конбағыш сиртеп булһа ла ултырһын тип, атай менән әсәй ҡыҙҙарына тышҡа сығырға рөхсәт бирә. Зыягөл әхирәттәре менән аралашһа ла, уйы менән тимерсе егет янында була.

... Бына бер ваҡыт ҡараңғы төн дә яҡынлаша. Ҡыҙ ата-әсәһенең йоҡлап киткәнен генә көтә лә, тәҙрә аша сығып, тимерлеккә йүгерә. Йүгермәй, ә ҡанатланып оса! Хатта аяҡтары ерҙе тоймай!.. Төнгө ҡараңғылыҡ уның өсөн ҡурҡыныс та түгел, әйтерһең дә яҡты көн...

Ошо көндән башлап Зыягөл һәр төн өйҙән сығып китер була. Ата-әсәһе күрә: һулып барған ҡыҙҙарының күҙҙәре янып, биттәре алланып китте, кәйефе лә күтәренке күренә. “Аллаға шөкөр, ҡыҙыбыҙ һауыҡты,” – тип, атаһы менән әсәһенең шатлығы эсенә һыймай.

Һөйөклөһөнән айырым йәшәү ҡыҙҙы ғазаптарға һала. Кис етеүен саҡ-саҡ көтөп ала ул. Бына ул киске шәфәҡ! Тағы ла бер аҙ ғына һәм ул егетенә атыласаҡ, ирендәре бергә ҡушыласаҡ...

– Һөйөклөм, туҡта, беҙгә бик етди һөйләшеп алырға кәрәк. Гел генә былай йәшеренеп йөрөй алмайбыҙ бит. Атай-әсәйеңде ҡалдыр ҙа минең менән ҡас, – ти егет.

– Йәлләйем мин уларҙы. Бер аҙ көтәйек инде. Улар менән һөйләшермен, миңә ҡаршы булмаясаҡтар, минең йөрәгем кемде һөйһә, шуға кейәүгә бирергә вәғәҙәләнеләр, – ти ҡыҙ.

...Был һөйләшеү булыр алдынан Зыягөлдәргә тирә-йүнгә имсе тигән даны сыҡҡан – Фатиха инәй килеп инә. Һаулыҡ һорашып, доғалар ҡылынғас, сәй эсергә ултыралар.

– Йә, һөйләп ебәрегеҙ, хөрмәтлеләрем, нисек йәшәп ятыу, ә һылыуҡай ҡыҙығыҙ ни хәлдә?

Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарын сәй янына саҡырып ала. Ҡыҙҙың һылыулығын күреп, ҡатын телдән яҙа: “СүбхәнАллаһ! МашаЛлаһ! Ниндәй сибәрлек! Күҙҙәре янып, биттәре алһыуланып тора. Шулай ҙа үҙен иркен тота, элекке кеүек тыйнаҡ ҡына түгел, тартыныу ҙа юҡ. Ата-әсәһе менән тупаҫ ҡына һөйләшә...” – тип, ҡыҙҙы һынап ултыра ҡунаҡ инәй. – “Был ҡыҙға ниҙер булған,” – тип, бер Хоҙайға ғына ышанған, доғалар менән ауырыуҙарҙы дауалаған ныҡлы иманлы Фатиха инәй тәрән уйҙарға бирелеп китә.

– Ярай, мин йоҡларға киттем! – тип, хатта оло кеше менән һаубуллашмай ҙа, ҡыҙ, өҫтәл артынан тороп, бүлмәһенә инеп китә.

– Фатиха әхирәткәйем, – тип, ҡыҙҙың әсәһе һүҙ башлай, – һуңғы ваҡыта әллә нимә булды. Һөйөп кенә үҫтергән ҡыҙыбыҙҙы танымайбыҙ. Шатлығыбыҙ ҙа, ғорурлығыбыҙ ҙа ул ине. Үҙең күреп тораһың нисек үҙгәргәнен. Бәлки, ярҙам итерһең, ни эшләргә беҙгә? Бик ҡайғырабыҙ, бер генә бөртөк балабыҙ бит, ҡартайған көнөбөҙҙә күҙ терәп торған өмөтөбөҙ ҙә шул Зыягөлөбөҙ.

– Әлбиттә, ярҙам итәсәкмен. Бер-ике көнгә һеҙҙә ҡалып торайым улайһа. Ни булырын Хоҙай үҙе белә.

Фатиха инәйҙе Зыягөлдөң бүлмәһенә йоҡларға һалалар. Оҙон юлда арыған ҡунаҡ, карауатына ятып, доғаларын уҡый башлай. Шул саҡ Зыягөлдөң ризаһыҙ тауышы ишетелә:

– Етәр һеҙгә уҡынырға! Миңә йоҡларға ҡамасаулайһығыҙ!

“Эйе, аҡыллым... Ысынлап та, ят кеше кеүек булып киткәнһең шул, ҡыҙым, изге доғалар ҙа һине ҡурҡыта. Яҡшыға түгел был”, – тип уйлай Фатиха инәй.

– Ярай, йоҡлайыҡ, ҡыҙым, – тигән булып, хырылдап китеп, йоҡлағанға һалыша. Ә үҙе бер күҙен йомоп, икенсеһе менән ҡыҙҙы күҙәтә. Бер сәғәт самаһы шулай ята торғас, ҡыҙыҡай, урынынан тора һалып, шым ғына тәҙрәнән сығып та китә. Фатиха инәй, оло йәштәмен, тип тормай, ҡыҙыҡай артынан тәҙрәгә “сума”. Зыягөл ҡайҙалыр йүгерә, унан күҙ яҙлыҡтырмайым тип, инәй, доғаларын уҡый-уҡый, артынан ҡалышмай, туйтаңлап килә. Бына Зыягөл зыяратҡа ла етә, ҡалҡыулыҡҡа күтәрелеп, емерелеп барған иҫке тимерлеккә инеп китә.

“Йә, Хоҙай! Ниндәй ут яна унда?!.” – Фатиха инәй хафалы уйҙарға сума. “Тимерлек яңынан эшләй башлаған икән, тигән тауыш-тын сыҡмай ине ләһә ауылда?.. Йәп-йәш кенә һылыуҡайға, етмәһә, ҡараңғы төн уртаһында бындай ерҙә нимә эшләп йөрөргә кәрәк икән? Ҡурҡмаймы һуң ул ҡыҙ бала?..”

Әкрен генә тимерлек тәҙрәһенә яҡын килеп, инәй эскә ҡарай һәм шунда баҫҡан ерендә ҡаҙаҡлаған кеүек ҡатып ҡала ... Унда, ғәҙәти булмаған сағыу ут яҡтыһында, ике кәүҙә ҡосаҡлашҡан килеш баҫып тора. Бына, талғын ғына моң ишетелә башлай. Егет менән ҡыҙ, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп ебәреп, ут тирәләй ҡотороноп, бейей башлай. Эйе, был ысын Зыягөл! Сәстәрен туҙҙырған, күҙҙәре яна, үҙе бер туҡтауһыҙ хахылдап көлә, ә көлөүе бик сәйер, үҙенеке түгел. Фатиха инәйгә ошо күренеште ҡарап тороуы ҡурҡыныс булып китә. Шулай ҙа, артабан нимә булыр икән тип, урынынан ҡуҙғалмай, тора бирә. Ә егет ҡыҙҙы бейеүҙә бер туҡтауһыҙ өйөрөлтә лә өйөрөлтә.

– Йә, Хоҙай! – Фатиха инәй иҫенә килгәндәй, саҡ ҡысҡырып ебәрмәй. –Был егеттең алъяпҡысы аҫтынан оҙон ҡойроғо сығып тора, аяҡтары урынында – тояҡтар. Бына ул сәстәрен бер яҡҡа һелтәп ебәреүе булды, маңлайында... маңлайында бәләкәй генә мөгөҙҙәре күренде!..

– Шайтандың үҙе ҡыҙыҡайҙың йөрәген яулап алған! Мөхәббәтенән башҡа бер нәмә лә күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә, эй, бисараҡай! Харап булғанһың икән!

Көй туҡтай. Былар мейес буйындағы эскәмйәгә ултыра. Арымағандар. Һулыштары ла тигеҙ генә, көлөшәләр, ҡосаҡлашалар. Шул саҡ шайтан-егет:

– Зыягөл, минең турала бер кемгә лә һөйләмә, айырыуса атай-әсәйеңә, улар һине миңә кейәүгә бирергә риза булмаясаҡ, фатихаларын да бирмәйәсәк. Беҙҙең үҙебеҙгә уларҙан йәһәтерәк ҡотолорға кәрәк. Әгәр ҙә һин минең ниәтем менән ризалашмаһаң, беҙгә айырылышырға тура килер, ә мин был урындан мәңгегә күсеп китәсәкмен.

– Юҡ, юҡ, һөйөклөм! Һинһеҙ йәшәй алмаясаҡмын мин, нимә теләйһең, шуны һора, зинһар, мине генә ҡалдыра күрмә, ни әйтһәң бөтөнөһөн дә эшләйәсәкмен, – ти ҡыҙ.

– Яҡшы. Һинең атай-әсәйең ҡартайған инде, йәшәгәнен йәшәгәндәр, теге донъяға китергә ваҡыт. Йәлләмә уларҙы! Ошо ҡуҙҙы кеҫәңә һал. Ул сихырлы, һиңә зыянитмәйәсәк. Ҡулдарыңды ла бешермәйәсәк, кеҫәңдә килеш янып та китмәйәсәк... Өйгә килеп ингәс тә, атай-әсәйең йоҡлаған урындыҡ аҫтына ырғыт, ә үҙең ҡас. Өй шунда уҡ янып, көлгә әйләнәсәк. Күршеләрең һине ҡотолоп ҡалған тип уйлаясаҡ. Был мәкерле эштә бер кемдең дә һиңә ҡарата шиге булмаясаҡ. Һуңынан беҙ икәү генә татлы ғүмер кисерербеҙ. Беҙгә бер кем дә ҡамасауламаҫ.

– Һөйөклөм, һине өҙөлөп яратам, тик һинең генә яныңда булырға мин риза...– Шулай ти ҙә, ҡыҙыҡай, һөйгәненең ҡосағына ташлана.

Быны күреп торған Фатиха инәй ни эшләргә лә белмәй:

– Йә, Хоҙай! Әлегә һуң булмаҫ элек тиҙ генә ауылға барып етергә, ата-әсәһенә хәбәр итергә кәрәк! – тип, тиҙерәк был ҡәһәрле урындан табанын ялтырата.

Инәйҙең юҡты-бушты һөйләмәҫенә Зыягөлдөң ата-әсәһе бер ҙә шикләнмәй. Шулай ҙа уның түкмәй-сәсмәй һөйләгәндәренә тәүҙәрәк ышанмай торалар. Һуңғы ваҡыттағы ҡыҙҙарының үҙ-үҙен тотошо, иманлы инәйҙең һәммәһе алдында абруйы быларға икеләнергә урын ҡалдырмай.

– Әгәр ҙә беҙ берәй сараһын күрмәһәк, был йортҡа ғына түгел, бөтөн ауылға оло бәлә киләсәк. Ауылдан да ауылдаштарҙан да көл-күмер генә ҡаласаҡ. Аллам һаҡлаһын! – тип Фатиха инәй бер аҙға шымып, доғаларын уҡып торҙо. - Хоҙай беребеҙҙе лә ғәфү итмәҫ. Был шайтандар еребеҙҙә үҙҙәренең гонаһ эштәрен ҡыла башлаясаҡ.

...Был өсәү артабан үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген һөйләшәләр ҙә, йоҡлаған булып, яталар. Зыягөл дә үҙен оҙаҡ көттөрмәй. Ғәҙәттәгесә, тәҙрә аша шым ғына инә. Ата-әсәһе йоҡлаған ергә килеп, кеҫәһендә ятҡан теге ҡуҙҙы урындыҡ аҫтына ташлай. Шунда атаһы менән әсәһе ятҡан ерҙәренән һикереп тора. Ҡыҙҙарын тотоп алалар. Фатиха инәй урындыҡ аҫтында ятҡан ҡуҙҙың өҫтөнә алдан өшкөрөп ҡуйылған доғалы һыу бөркә. Ҡуҙ яман итеп, ыҫылдаған тауыш сығарып, ятҡан ерендә әйләнеп, йәнһеҙ ҡап-ҡара күмергә әүерелә.

...Фатиха инәйҙең өс көн, өс төн бер туҡтамай уҡыған шифалы доғалары Зыягөлдө, ниһайәт, аңына килтерә. Ҡурҡыныс төштән саҡ айнығандай, ата-әсәһен тәүгә күргәндәй булып, һағынып, уларҙың ҡосағына атыла ҡыҙыҡай. Шул мәлдә түгелеп, үкһеп-үкһеп, илап ебәрә. Алһыу бите буйлап, терегөмөштәй күҙ йәштәре бер туҡтауһыҙ  ағыла ла ағыла.

–Атай, әсәй, ҡәҙерлеләрем минең, һөйөклөләрем! Ғәфү итегеҙсе мине!... Зинһар... Ниндәйҙер ҡара көс минең аңымды томаланы... Үҙем теләмәгән эштәрҙе эшләргә мәжбүр итте...

Атай менән әсәйҙең миһырбанлы йөрәктәре күҙ нурындай күргән ғәзиздәрен ғәфү итмәй буламы һуң инде! Хоҙайға мең шөкөр ҡылып, Фатиха инәйгә оло рәхмәттәрен уҡый ҡарт менән ҡарсыҡ. Ә Зыягөл:

– Фатиха инәй, үҙегеҙҙең изге доғаларығыҙ менән һеҙ мине оло бәләнән ҡотҡарып алып ҡалдығыҙ. Һеҙгә мәңге рәхмәтлемен һәм бурыслымын, - тип инәйҙе ҡосағына ала.

– Балаҡайым, һәр ваҡыт иҫеңдә генә тот: доғалы кешегә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Һәр изге эште Хоҙайға ышанып тапшырғанда Аллаһ Тәғәлә үҙенең ярҙамынан бер кемде лә ташламай. Иманлы бәндәнең йөрөр юлдары ла һәр ваҡыт асыҡ була... – Күңелендә шатлыҡ күбәләктәре генә елпелдәшкән Зыягөл, Фатиха инәйҙең был тәрән мәғәнәгә эйә һүҙҙәренең айышына төшөндөмө-юҡтырмы...

Яңы тыуған көндөң таңын был өсәү сөкөрҙәшеп, гәпләшеп, тәмле сәй табынында ҡаршы ала. Һыҙылып ҡына атҡан таңдың тоноҡ яҡтылығы бүлмәгә тарала. Йомшаҡ ҡына итеп шаҡылған ишек тауышы барыһын да һиҫкәндереп ебәрә. Сәй эсеп ултырған дүртәү, бер-береһенә аптыраулы ҡараш ташлай. Был ваҡытта кем йөрөй икән? Күңеле ниндәйҙер яҡшылыҡ һиҙенгән Фатиха инәй генә, киң йылмайып, “бәхетленең ҡунағы ла бер көндә” тип, һөйләнеп ҡуя.

Иртәнге саф һауаны борҡотоп, ишек асылыуға, йәшел теүәтәй кейгән һаҡаллы бабай, уның артынан һыу һөлөгөләй мыҡты кәүҙәле, сибәр егет пәйҙә була. Үҙҙәренең йәйләүҙәрен ҡараштырып, сәфәрҙән ҡайтып барыусылар икән. Өйөр-өйөр йылҡы, көтөү-көтөү мал тотоп, донъя көтөүсе туғандары булып сыға былар Фатиха инәйҙең. Уның һиҙемләүе лә бушҡа булмаған икән. Ишектән килеп ингән егет, Зыягөлгә бер күреүҙә ғашиҡ була! Үҙенең хыялында ғына йөрөтөп, өҙөлөп көткән буласаҡ кейәү егетенең ысынбарлыҡта булыуына үҙе лә аптырап китә ҡыҙыҡай. Бәй, әкиәттә генә түгел, ысын тормошта ла мөғжизәләр булып тора икән дә!

Зыягөлдөң тормошо ла әкиәттәгеләй матур була. Һөйөү менән мөлдөрәмә тулы ике йәш йөрәккә тиҙҙән никах туйы үткәрәләр. Бәхетен бермә-бер арттырып, балалары тыуа. Атаһы менән әсәһен, Фатиха инәйҙе яндарына алып  бер ғаилә булып, татыу ғүмер кисерәләр.

Ауылдаштар һөйләүенсә, тимерлек өйө, ҡараңғы бер төндә, үҙенән-үҙе гөлтләп янып, юҡҡа сыға. Әҙәм аяғы баҫмаған был шомло урында нимәләр булғанын урындағы халыҡ аңламай ҙа ҡала. Серле ваҡиғалар тураһында берәү ҙә белмәй. Тик Фатиха инәй уҡыған доға көсөнөң генә ярҙамы тейеүенә Зыягөлдөң дә, уның атаһы менән әсәһенең дә шиге юҡ.

Ауыл әле һаман үҙ тормошо менән һәүетемсә генә йәшәй. Яңы быуын алмашына. Ә мәсеттә, хаҡ мөьминдәрҙе намаҙға саҡырып, көн һайын аҙан тауышы яңғырай. Яман көстәрҙән тик изге доғаларыбыҙ ғына һаҡлағанын Зыягөлдөң балалары ла аңлап үҫә!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА тәржемәһе.

Автор һүрәттәре.

https://amanat.su/articles/aba/2021-11-16/do-a-k-s-ki-t-2585399 

Доға көсө (Әкиәт)
Доға көсө (Әкиәт)
Доға көсө (Әкиәт)
Автор:
Читайте нас: