

Ҡарлыман ауылында тыуып, артабан Себерҙәге Радужный ҡалаһында үҫкән егет электрик-монтер һөнәренә эйә булып, һөнәре буйынса эшләй.
Кемеров өлкәһендә армия сафтарында һалдат бурысын үтәй. Разведкала хеҙмәт итә.
Бер нисә йыл элек ғаилә тыуған яҡҡа ҡайта, һәм ул да бында йәшәй башлай.
Махсус хәрби операция башланғас, егет үҙенә тынғылыҡ тапмай. Башҡалар менән бергә Тыуған илде һаҡларға һәм яҡларға теләй. Уҙған йылдың октябрендә үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Екатеринбург ҡалаһында БПЛА операторына уҡып сыға. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппаратының операторы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәй. Уның һүҙҙәре буйынса, БПЛА операторының оҫталығынан күп нимә тора: разведка һөҙөмтәһе лә, уңышҡа өлгәшеү ҙә. Пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүсегә уяу булыу бик мөһим. Улар хәрби хәрәкәттәрҙә ҙурыраҡ роль уйнаясаҡ.
Донъялар тынысланып, үҙе һайлап алған юлдан ышаныслы атлаған “Барс”ҡа тыуған төйәгенә иҫән-имен ҡайтырға һәм хыялдарын тормошҡа ашырырға яҙһын.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фәниә Сәлимгәрәева.