Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, яугир-интернационалист Рәсил Зиннәтуллин өсөн Афған һуғышы айырым урынды биләй. Ул Афғанстанда хеҙмәт итеү йылдары, интернациональ бурысты үтәүе хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып, икенсе класты тамамлағас, әсәйемдең тыуған ауылы Һәүәләйгә ҡайтып тµпләндек. Артабан бында белем алдым. Һигеҙенсе кластан һуң Өфө ҡалаһындағы тимер юлы училищеһында тепловоз машинисы ярҙамсыһына уҡып, локомотив депоһында хеҙмәт юлын башланым, - тип һµйләне ул.
Рәсил Рәмил улы 1986 йылдың 15 апрелендә армия сафына алына. Учебканы Үзбәкстандың Фирғәнә ҡалаһында урынлашҡан хәрби часта үтә. Ярты йылдан һуң, 15 октябрҙә башҡалар менән бергә Афғанға самолетта оса. Физик яҡтан ныҡ, оҙон кәүҙәле егет һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Гранатомет ротаһында автоматсы булып хеҙмәт итә.
- Кандагарҙан алыҫ булмаған Шахджой провинцияһында хеҙмәт иттем. Күп хәрби операцияларҙа ҡатнаштым. Бында хеҙмәт итеү ғәҙәти күренеш кеүек ине. Бер ниндәй ҡурҡыу хисен кисермәнем. Йәш саҡта үлемдән ҡурҡмайһың, бик аңлап та етмәйһең инде. Афғанда барлығы 19 ай, 9 кµн булырға тура килде. Шулай ҙа таныш хеҙмәттәш үлгәндән һуң бик ауыр кисерҙем. Егеттәр µсµн барыбер нығыраҡ борсолаһың. Учебканан уҡ иптәштәр менән бер-береңә ярҙамлашырға, экстремаль хәлдәрҙән сығырға, кешеләрҙе айырырға µйрәндем. Коллективлыҡ, берҙәмлек тµшµнсәләрен, дуҫлыҡ ҡәҙерен аңланым. Егеттәр менән землянкаларҙа йәшәнек. Ауыр саҡтарҙа кешенең ниндәй икәне нығыраҡ беленә. 1988 йылдың 25 майында демобилизацияландым. Шулай интернациональ бурысымды үтәнем, - тип һµйләне яугир-интернационалист.
Рәсил Зиннәтуллин армиянан ҡайтҡас, тыныслыҡта тормошон дауам итә. Киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап Өфө урман техникумына уҡырға инә. Унда механик һµнәрен алып сыға. Шунан һµнәре буйынса “Ағиҙел” колхозында механик булып эшләй. Артабан кирбес заводына тәүге һµнәре буйынса тепловоз машинисының ярҙамсыһы булып урынлаша. Ун йылдан артыҡ хеҙмәт иткәндән һуң һаҡсы хеҙмәтенә күсә. Әлеге көндә Олокүлдә “Газпром” базаһында эшләй.
Рәсил Рәмил улы Әлфинә Нәфил ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, Динар исемле ул үҫтерәләр. Хәҙер инде ейәндәре Таһир ҙа үҫеп килә.
Әлеге көндә йәш кенә көйө утты күргән, үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан ир тормоштоң ҡәҙерен, йәмен белеп йәшәй. Мәктәпкә осрашыуҙарға барып, уҡыусылар менән илһµйәрлек буйынса әңгәмәләр үткәрә. “Афғансылар” менән дә осрашып-күрешеп торалар. Патриотизм, ил алдындағы бурыс, намыҫ кеүек төшөнсәләрҙе йәш быуынға һөйләй. Яугир иҫән ҡайтыуы менән бәхетле булһа ла, Афғанда хеҙмәт иткән көндәре ғүмерендә иң ауыр хәтирәләр булып иҫендә ҡалған.
Тыныс көндәр, күктәребеҙ аяҙ булып, атыш, шартлау тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә булһын ине...
Бөгөн илебеҙ яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала. «Афғансылар»ҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.