-5 °С
Ҡар
Балаҡайым, ниндәй әсе яҙмыш,
Һуғыш яланында ҡаның түгелгән.
Үҙең теләгәнсә тыуған яҡтарыңда
Яҡындарың янына кәүҙәң күмелә.
Йәшәр өсөн яҡты донъяларға
Беҙҙе атай-әсәй тыуҙыра.
Тик белмәй шул кеше һуңғы минуттарын
Нисек, ҡасан, ҡайҙа уҙҙыра.
Эх, яҙмыштар, шундай үкенесле,
Йәш ғүмерҙе, Хоҙай, алаһың.
Әсәләрҙе, ғәзиз туғандарҙы
Ғазап уттарына һалаһың.
Был һуғыштар кемгә кәрәк булған,
Кемдәр унан, ҡасан туйырҙар?
Балаларҙың, яңғыҙ әсәләрҙең
Рәнйештәрен ҡайҙа ҡуйырҙар?
Хоҙай! Япсы һуғыш ҡапҡаларын!
Тын алайыҡ тәрән һулыштан.
Ҡайғы-хәсрәт кәрәк түгел беҙгә,
Беҙ бит – тыныс халыҡ тыумыштан.
Зөлфиә ӘСФӘНДИӘРОВА.
Үтәгән ауылы.