Ҡот осҡос ваҡиғаларға нөктә ҡуйылған көндән һуң 34 йыл ваҡыт уҙып китеп, ундағы ҡанлы ваҡиғалар алыҫайһа ла, әле лә ул көндәр интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ҡыйыу йөрәкле ир-егеттәрҙең күңел яраларын ҡуҙғата.
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө алдынан яҡташыбыҙ, Ҡолош ауылында йәшәүсе Айҙар Шәмсетдинов менән осраштыҡ.
Яугир-интернационалист башҡа күп афғансылар кеүек күргән-кисергәндәрен асылып китеп һөйләргә яратмай. Сөнки ул көндәр йөрәктә тәрән эҙ ҡалдырған, хәтирәләрен яңыртыу күңел яраларын яңырта. Иҫән ҡайтыу бәхет булһа ла, ул саҡтағы шартлау, атыш тауыштары, ҡарауыллап торған снайперҙар, үлем менән күҙгә-күҙ осрашыуҙар, иптәштәрҙе юғалтыуҙар иң ауыр хәтирәләр булып мәңге күңеленә уйылған.
- 1987 йылдың май айында армия хеҙмәтенә алындым. Өфөләге саҡырыу пунктында беҙҙе - 40 кешене һайлап алып, Афғанға, ҡыҙыу нөктәгә ебәрәсәктәре тураһында әйттеләр.
Һәүәләй ауыл Советынан беҙ өс егет, класташтар – мин һәм Ибраһимдан Юлай Әхтәмов менән Әхмәт Бәширов китергә тейеш инек. Тик Әхмәт сирләп китеп, Афғанға алынманы. Ә беҙ Юлай менән бергә Афғанға керҙек: ул 7-се, мин 8-се ротала булдыҡ. Тәүҙә Төркмәнстандың Теджен ҡалаһында биш ай учебкала төрлө күнегеүҙәр үттек, автоматтан атырға өйрәндек. Бында БМП машинаһына механик-водитель белгеслеген алдым. Учебканы бөтөп тә өлгөрмәнек, октябрҙә Афғанға ебәрҙеләр - Джалалабад ҡалаһында үҙенсәлекле климат шарттарында хеҙмәт иттек. Унда бик эҫе, бөтөнләй ҡыш булманы. Һуғыш шарттарына ла күнергә тура килде. Механик-водитель булараҡ, колонналар составында 300-400 машинаны Ҡабулға, Асадабадҡа оҙатып бара инек. Машиналарҙа ҡоралдар, атыу кәрәк-яраҡтары, снарядтар, аҙыҡ-түлек ташылды. Колоннаға йыш һөжүм итә инеләр. Афғанда бер йыл хеҙмәт итергә тура килде. Артабан Афғандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу башланғас, Джалалабадтан Үзбәкстандың Термез ҡалаһына тиклем үҙ машиналарыбыҙ менән ҡайттыҡ. Артабан беҙҙең полкты Приморск крайына ебәрҙеләр. Унда ҡалған бер йылымды шулай уҡ механик-водитель булып хеҙмәт иттем. Әйткәндәй, тәүҙә иҫкә алған класташтарымдың икеһе лә хәҙер инде юҡтар, улар был донъянан иртәрәк китеп барҙы, - тип һөйләне Айҙар Ғосман улы.
Хеҙмәттәштәре тураһында һорағас, уларҙы йылы хәтирәләр, иҫтәлектәр менән телгә алды. “Арабыҙҙа төрлө милләт егеттәре бар ине. Улар менән бик дуҫ-татыу булдыҡ, бер-беребеҙгә ышандыҡ, яуаплылыҡ тойҙоҡ, ҡыйынлыҡтарҙы бергә үткәрҙек”, - тине яугир-интернационалист.
Бейек тауҙар, таштар араһында һуғыштың ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған, йәшләй генә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан Айҙар Шәмсетдинов Афған ерендә хеҙмәт итеп, батырлыҡ, рухи түҙемлек өлгөһө күрһәтә. Армиянан ҡайтҡандан һуң ул электрик һөнәрен алып, Өфөлә химчисткала, шунан Ҡабаҡ заводында электрик, Фрунзе исемендәге колхозда ошо уҡ һөнәре буйынса һәм сәсеүҙә эшләй. Артабан тыуған ауылы Ҡолошта - сусҡа фермаһы мөдире, ул ябылғас, “Башҡортостан” йәмғиәтендә алмаш частар, майлау материалдары келәте мөдире вазифаһын башҡара. Ул да бөткәс, “Һәүәләй ите” йәмғиәтендә ферма мөдире була. 2021 йылдан Ҡабаҡ тимер-бетон заводында ҡулсалар эшләй.
Әлеге көндә ул йәш быуынға патриотик тәрбиә эшен алып бара: мәктәпкә һәм мәҙәниәт йортона осрашыуҙарға саҡырып торалар. Армия, хеҙмәт итеү юлдары, илһөйәрлек темаларына уҙғарылған кисәләрҙә ҡатнаша.
Айҙар Ғосман улы ауылдашы Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы менән тормош ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бирәләр. Өлкәндәре Әлиә тормошта, баш ҡалала йәшәй һәм эшләй. Юлиә - студент.
Күп юғалтыуҙар килтергән Афған һуғышы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Көндәр тыныс, күктәребеҙ аяҙ булып, атыш тауыштарын ишетмәйенсә йәшәргә булһын ине.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.