Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
17 Ғинуар 2023, 15:30

“Мәңгелек дан һиңә, сая Фәнис!”

Бөгөнгө матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙың туғандары, яҡындары, дуҫтары ҡатнашты.

“Мәңгелек дан һиңә, сая Фәнис!”
“Мәңгелек дан һиңә, сая Фәнис!”

Бөгөн Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәп һәләк булған кесе сержант Фәнис Хөсәйенов менән бәхилләштеләр. Ул “Барс-17” ирекмәндәр батальонында хеҙмәт итте.

Фәнис былтыр 3 сентябрҙә “тел”, йәғни мөһим хәрби мәғлүмәттәр белгән кешене әсирлеккә алыу бурысын үтәгәндә танылыу яулағайны. Бындай заданиелар хәүефлелеге менән айырылып тора, сөнки дошман тылында разведчикка ярҙам итеүсе юҡ. Әммә Хөсәйеновҡа етәкселек юғары ышаныс бағлай, һәм был ышанысты ул тулыһынса аҡлай.

Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан ирекмән йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта.

5 сентябрҙә Американың “Хаймарс” системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Ирекмән уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә.

Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә.

Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов “Сая Фәнис” ҡушаматын ала. Ул ысын халыҡ батырына әүерелә.

Бөгөнгө матәм сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, яугирҙың туғандары, яҡындары, дуҫтары ҡатнашты.

“Хөрмәтле Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, Фәнистең туғандары һәм яҡындары, Тәтешле районы халҡы. Махсус хәрби операция башланғандан алып меңдәрсә ир-егетебеҙ илебеҙҙе ҡаһармандарса һаҡлай. Фәнис Хөсәйенов ирекмәндәр сафына тәүгеләрҙән булып яҙыла, ҡыйыу һуғыша, яралана. Беҙ уның батырлыҡтарын беләбеҙ һәм һис ҡасан да онотмаҫбыҙ.

Хөрмәтле Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы, һеҙ бик яҡшы ул, ысын илһөйәр һәм яугир тәрбиәләгәнһегеҙ. Ныҡлы вәғәҙә бирәм: беҙ уны онотмаҫбыҙ. Ул - ысын герой. Район хакимиәтенән Фәнис Хөсәйеновтың исемен мәңгеләштереү сараһын күреүҙе һорайым. Тыныс йоҡла, батыр, мәңгелек дан һиңә”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы ҡаһармандың әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Уны менән Фәнис үлгәндән һуң бүләкләнде.

Фото: bashinform.ru/news 

Сығанаҡ: bashinform.ru/news  

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2023-01-17/radiy-h-birov-m-gelek-dan-i-saya-f-nis-3108527?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 

Автор:
Читайте нас: