Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
17 Ғинуар 2023, 11:09

Фәнистең һуңғы аманатын үтәне

Иҫән ҡайтмаҫын күңеле һиҙҙеме икән...

Фәнистең һуңғы аманатын үтәне
Фәнистең һуңғы аманатын үтәне

Бөгөн тәтешлеләр менән бергә бар халыҡ Башҡортостандың батыр улы Фәнис Хөсәйеновты һуңғы юлға оҙата. Кисә уны тыуған ауылы яғына алып ҡайтҡайнылар.

Егеттең күршеһе Мөнирә Саяпова исемле ҡатын “Интертат” агентлығына хәбәр итеүенсә, уны кисә иртәнсәк Яңы Ҡайпанға ауыл имамы, туғандары һәм дуҫтары йыйылып барып алып ҡайтҡан. Ханым һүҙҙәренсә, Фәнис һуңғы тапҡыр яуға киткән саҡта, әгәр иҫән ҡалмаһам, тыуған йортомда бер төн ҡундырып ерләгеҙ, тип әйткән булған. 

“Әсәй, мин яуға китәм бит. Бер-бер хәл булһа, өйҙә төн ҡундырып ерләгеҙ”, – тип әйткән ул. Иҫән ҡайтмаҫын күңеле һиҙҙеме икән.

Әсәһе улының теләген үтәне – Фәнистең кәүҙәһе өйөндә. Инеп сыҡтыҡ, үлгән кеүек тә түгел, йөҙө матур, йылмайып ятҡан һымаҡ, – тигән күршеһе.

Мөнирә апай әйтеүенсә, кисә уларҙың өйҙәренән кеше өҙөлмәгән. Ауылдаштар, райондаштар ғына түгел, башҡа райондарҙан һис таныш булмаған кешеләр ҙә күпләп килгән. Өй тулы сәскә, веноктар...

Егеттең кәүҙәһен алып ҡайтҡансы ла бик күптәр әсәһенең хәлен белешергә, ҡайғы уртаҡлашырға килгән. “Фәриҙәнең хәлен һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Кис һайын уларҙа йыйылып доғалар уҡып ултырҙыҡ. Әсәһе быға тиклем иланы ла иланы. Хәҙер иһә: “Улымды тейешенсә һуңғы юлға оҙатам, сабыр булам”, – тине. Ауылдаштар уға ярҙам итә, рәхмәт барыһына ла”, – ти күршеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнис менән бәхилләшеү митингы бөгөн Үрге Тәтешле мәҙәниәт йорто ҡаршыһында 11 сәғәттә була. Аҙаҡ уны тыуған ауылында ерләйәсәктәр.

Фото: социаль селтәрҙәр.

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2023-01-17/s-e-f-niste-u-y-amanatyn-t-ne-3108018 

Автор:
Читайте нас: