Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
15 Ғинуар 2023, 10:54

Батырҙарса һәләк булған

Был турала Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итте.

Батырҙарса һәләк булған
Батырҙарса һәләк булған

Тәтешле егете, герой яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында төрлө имеш-мимеш күп йөрөнө, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы насар хәбәр дөрөҫ булып сыҡты. Яңы Ҡайпан ауылы егете ысынлап һәләк булған. Был турала әле яңы ғына Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итте.


"Был беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу һәм оло ҡайғы. Уң эш өсөн һуғышып ул туғандаш халыҡтарҙы нацизмдан ғына түгел, ә үҙенең Тыуған илен, туғандарын һәм яҡындарын фашизм таралыуҙан һаҡланы. Геройҙың туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашам. Фәнис мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә, Рәсәй тарихында һаҡланасаҡ", тип яҙҙы ул. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, герой менән бәхилләшеү 16 ғинуарҙа 11 сәғәттә, Үрге Тәтешле район мәҙәнәит һарайында үтәсәк.


Тыныс йоҡла, герой егет!

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2023-01-14/nasar-h-b-r-d-r-bulyp-sy-ty-3105584

Автор:
Читайте нас: