Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
9 Декабрь 2022, 15:27

Олокүл егете ҡаһарманлыҡ күрһәтте

Уның хәрби тәжрибәһе ҙур.

Олокүл егете ҡаһарманлыҡ күрһәтте
Олокүл егете ҡаһарманлыҡ күрһәтте

Олокүл ауылында тыуып үҫкән Динар Сәләхетдинов махсус хәрби операция ваҡытында ҡаһарманлыҡ күрһәтте.

Элемтә булдырыу эшен башҡарған саҡта лейтенант Динар Сәләхетдинов һәм старшина Тимур Моточенков командалығында экипаж миномет утына эләгә. Бер нисә егет һәм шулай уҡ Динар менән Тимур яралана. Алынған йәрәхәттәренә һәм контузияға ҡарамайынса лейтенант Сәләхетдинов ҡулы яраланған старшина Моточенков менән бергә ҡатмарлы мәлдә тиҙ генә яралыларҙы хәүефһеҙ урынға күсереүҙе ойоштора. Улар хәрбиҙәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтә һәм кире элемтә станцияһына барып, эштәрен тамамлап ҡуя. Динар менән Тимурҙың батырҙарса һәм профессиональ эше хәрбиҙәрҙең ғүмерен ҡотҡара.

Динар Сәләхетдинов Олокүл мәктәбендә уҡығанда спорт менән шөғөлләнә. Көрәш буйынса төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулай. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инә. 2018 йылда әрмегә алына. Контракт төҙөп Һамар ҡалаһында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Уның хәрби тәжрибәһе ҙур. Уның туғаны Данир ҙа ағаһының өлгөһөндә бөгөн махсус хәрби операция һыҙығында.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: