+12 °С
Болотло
Бөгөн Олокүл ауылы мәктәбендә Украинала һәләк булған яҡташыбыҙ Вадим Хәкимовҡа мемориаль таҡтаташ асылды.
Саарала ҡатнашыусы Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Архангель һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссары урынбаҫары Рөстәм Вәлитов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латипов батырҙарса һәләк булған егетте хәтергә алып, мәктәп уҡыусыларына изге теләктәрен юлланы.
Вадим Камил улы Олокүл ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең 7-се класын тамамлағас, Октябрьский ҡалаһындағы спорт мәктәбенә уҡырға инә. 2015 йылда хәрби хеҙмәт буйынса контракт төҙөй. 27 генә йәшендә ғүмере фажиғәле өҙөлдө.