Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
1 Сентябрь 2022, 15:44

Мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Шәрипҡол урта мәктәбендә Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир иҫтәлегенә митинг үтте.

Мемориаль таҡтаташ асылды
Мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Шәрипҡол урта мәктәбендә Украина биләмәһендә барған махсус хәрби операция барышында һәләк булған сержант Марсель Ҡорманалиндың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.
Митингта Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Архангель һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссары урынбаҫары Рөстәм Вәлитов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латипов, Ҡарлыман ауыл советы хакимиәте башлығы Азат Әхмәтйәнов, мәрхүмдең туғандары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Марсель Ҡорманалин Шәрипҡол мәктәбен тамамлағас, 2012 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Биш йыл үткәндән һуң ул хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә һәм 2018 йылдың ғинуарында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Украина биләмәһендә Үҙәк хәрби округы дивизияһының танк ротаһы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Нәҡ ошонда барған хәрби бәрелештәрҙә Марселдең ғүмере өҙөлә.
Марсель Ҡорманалин һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: