Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
10 Июнь 2022, 10:35

Кем алдында баш эйә?

Башҡортостан Башлығы кем алдында баш эйеүе тураһында яҙманы баҫтырып сығарҙы.

Кем алдында баш эйә?
Кем алдында баш эйә?

Башҡортостан Башлығы кем алдында баш эйеүе тураһында яҙманы баҫтырып сығарҙы. Ошо яҙмалағы фотола Башҡортостан табиптары ла бар. Улар әлеге ваҡытта Красный Луч ҡалаһындағы дауаханала эшләй.

«Ошондай кешеләр алдында баш эйәм. Улар ысын мәғәнәһендә алтын йөрәкле,  Луганск Халыҡ Республикаһына ла улар күңл ҡушыуы буйынса килде. Ҡәҙерле табиптарыбыҙға һәм уларҙың пациенттарына һаулыҡ теләйем — өйҙә лә, Донбаста ла», — тип яҙҙы ул үҙенең Телеграм-каналында.

Радий Хәбиров республика делегацияһының Луганск Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәре барышында Башҡортостан табиптары менән осрашты. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер өлкәндәр һәм кескәй пациенттар өсөн 23 табип, 17 шәфҡәт туташы ЛНР-ҙа командировкала.

Бынан тыш, Красный Луч ҡалаһында өс күсмә медицина, шул иҫәптән балалар стоматология һәм кардиология модуле, шулай уҡ Республика клиник дауаханаһының реанимация автомобиле эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-09/radiy-habirov-priznalsya-pered-kem-on-preklonyaetsya-2835806

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: