Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Май 2022, 11:45

Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләште

Башҡортостанда тыуған яугир ниҙәр хаҡында белдергән?

Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләште
Владимир Путин яраланған яҡташыбыҙ менән һөйләште

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин Мәскәү ҡалаһындағы Мандырка исемендәге госпиталдә булған һәм Украиналағы махсус операция барышында йәрәхәтләнгәндәр менән осрашҡан. Дәүләт башлығы Оборона министры Сергей Шойгу менән берлектә пациенттарҙың хәлен белешкән, хәрби хеҙмәткә бәйле артабанғы пландары хаҡында һорашҡан.

"Десантсылар үҙ бурысын бик яҡшы атҡара, әммә пехотаһыҙ мөмкин түгел. Бар уңыштарҙы ла тик пехота нығытып ҡуя. Һеҙгә ҙур рәхмәт, шәбәйегеҙ", - тигән яугирҙәргә Владимир Путин.

Президент ҡайһы бер хәрбиҙәр менән аралашҡан, улар араһында Башҡортостан егете лә булған. Яҡташыбыҙ Президентҡа үҙенең Башҡортостанда тыуғаны, Амур өлкәһендәге Благовещен ҡалаһының Алыҫ Көнсығыш дөйөм хәрби команда училищеһында белем алғаны тураһында әйткән.

“Владимир Владимирович йәрәхәтләнгәндәрҙең ниндәй шарттарҙа дауаланыуын шәхси контролендә тота”, – тип белдерҙе Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков.

Фото: kremlin.ru

Автор:
Читайте нас: