Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
26 Май 2022, 15:12

Тыуған илде һаҡлау – изге бурыс

Һалдат хеҙмәте һәр егеттең тейешле бурысы. Ир-егеттәрҙе ил ҡайҙа ебәрә, шунда, илебеҙ ты­ныслығы өсөн көстәрен йәл­лә­мәйенсә төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итәләр.

Тыуған илде һаҡлау – изге бурыс
Тыуған илде һаҡлау – изге бурыс

Районда сик буйы ғәс­кәр­ҙә­рендә хеҙмәт итеүселәр ҙә бай­таҡ. Ил сиген һаҡлау бик яуаплы, әммә хәүефле ғәмәл. Ул иң тәүгеләрҙән булып һөжүм итеүсе, йәки сик боҙоусы менән осраша. Урал ауылынан Венер Әлимғафаровтың да заманында илебеҙҙең сик буйын иңләп, кешеләрҙең тыныс йоҡоһон һаҡлауҙа өлөшө ҙур.
- Армияла хеҙмәт итеп ҡайт­ҡан егеттәргә һоҡ­ла­нып ҡара­ныҡ. Йәшел фуражкала ҡайтҡан ағай­ҙарҙы күреп, хеҙмәт итергә барғым килә ине. Бигерәк тә сик буйы ғәс­кәр­ҙә­ре­нә эләккем кил­де. Ал­лаға шө­көр, теләгем ҡа­бул булды, сик бу­йы ғәскәрҙәренә эләктем. Шулай, 1978 йылдың 22 апре­лен­дә хеҙмәткә алынып, Дү­шәм­бе ҡалаһында ярты йыл учебка үттем. Эттәрҙе өйрәтеү буйынса инструктор булдым. Артабан өлкән сержант званиеһында үҙем өй­рәт­кән Рыцарь ҡу­ша­матлы этем менән Төркмәнстан-Иран си­ген­дә хеҙмәтемде дауам иттем. Ике йыл осорҙа сыҙам­лыҡ­ҡа, ныҡлыҡҡа, яҡын кеше­ләрҙең, дуҫлыҡтың, тыныс­лыҡ­тың ҡәҙе­рен нығыраҡ белергә өйрәнеп ҡайт­тым. Ул көндәр йөрәк түрен­дә һаҡлана. Хәҙер шул йылдарҙы һағынып иҫкә алам. Шуға ла бергә хеҙмәт иткән иптәштәр менән интернет аша табышып, аралашып тора­быҙ. “Подъем” тип йоҡонан уя­тыуҙар, һағынып хаттар көткән, бергәләшеп төрлө ваҡиғалар урта­һында ҡайнаған саҡтар тураһында һөйләшерлек һүҙҙәребеҙ күп. Хеҙ­мәт иткән йылдарҙы, ваҡиға­лар­ҙы, командирҙарҙы, хәрби дуҫ­­тар­ҙы хөрмәт менән иҫкә ала­быҙ. Беҙ, СССР халҡы, бер ғаилә кеүек бөтәбеҙ ҙә бик дуҫ инек...
Үҙебеҙҙең районда ла сик буйында хеҙмәт итеүсе егеттәр менән мөһим сараларҙа осрашып торабыҙ, бергәләшеп ауылдарға обелиск асылған ерҙәргә йө­рөйбөҙ, илебеҙ сиктәрен һаҡлаған иптәштәрҙе иҫкә алабыҙ. Яйы сыҡҡанда бөтә мәшәҡәттәрҙе ҡал­дырып, осрашырға тыры­ша­быҙ. Шулай йәшлеккә ҡайт­ҡандай ҙа булабыҙ, - тип һөйләне ул.
Венер Йәүит улы заводта эш­ләгән осорҙа Яңауыл районынан эшкә килгән Фәһимә Фәт­ғел­ға­ян ҡыҙы менән тормош ҡоралар. Уларҙың бәхеттәрен тулыландырып, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Уларға яҡшы тәр­биә, юғары белем биреп, оло тор­мош юлына оҙаталар. Улдары Вадим ветеринария табибы, ҡыҙ­ҙары Альбина иҡтисадсы һө­нәрҙәрен ала. Икеһе лә хәҙер ин­де үҙҙәре ғаиләле, атай-әсәй булған.
Әлимғафаровтарҙың балала­ры ата-әсәһен гел ҡыуандырып торалар. Альбина әсәһенән ҡа­тын-ҡыҙ эштәренә өйрәнеп үҫ­һә, Вадим ир-егеттәр шө­ғөл­дәрен үҙ итә. Ата­һының 50 йәшенә улы­ның хок­кей таяғын бүләк итеүенә Ве­нер Йәүит улы әле булһа рәх­мәтле. “Был таяҡ булғас, хоккей уйнарға кәрәк тип таптым һәм элекке үҙем эшләгән осорҙағы завод директо­ры Вадим Зин­ченкоға хоккей ко­роб­каһы яһарға тигән тәҡ­дим ин­дерҙем. Ул һү­ҙемде йыҡ­маны, күпмелер ваҡыт­тан уртаҡ көс менән ул булдырылды. Хоккей коробкаһы ауы­лыбыҙҙы йәмләп тора, һәм бына хәҙер ун ике йыл инде унда малайҙар, ир-егеттәр ҡыштарын рәхәтләнеп хоккей уйнайҙар”, - ти ул. Ә 60 йәшенә улы уға символик булған сик буйы бағанаһын бүләк итә. Әлегә ул ишек алдында тора. Уның һүҙҙәре буйынса, тиҙҙән, йәй аҙаҡтарында ул паркка алып барып ҡуйыласаҡ, һәм был көндө тантаналы шарт­тарҙа барлыҡ быуын сик буйы һаҡ­сыларына обелиск асыласаҡ. Әле ауылдың сик буйында хеҙмәт иткән элекке ете һалдаты ошондай идея менән янып йәшәй.
Венер Әлимғафаровтың бөтә ғүмере тыуған район менән бәй­ле. Ул ауылдарындағы спирт заводында слесарь, артабан механик булып эшләй. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, Венер Йәүит улы спорт менән дуҫ була һәм йәмәғәтселек эштәрендә ҡайнап йәшәй. Элек­ке сик буйы һаҡсыһы йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыуҙа һәм сик буйы ғәскәрҙәренең дан­лы традицияһын иҫкә төшөрөп, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Автор:
Читайте нас: