Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
21 Апрель 2022, 16:46

Чернобыль хәтирәләре йөрәгендә

26 апрель – Радиация һәләкәттәре һәм авариялары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Чернобыль хәтирәләре йөрәгендә
Чернобыль хәтирәләре йөрәгендә

1986 йылдың 26 апреленә ҡар­шы төндә Чернобыль атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Атмосфераға радиактив матдәләр күтәрелә. Мәғ­лү­мәттәр буйынса, авария эҙем­тә­ләрен бөтөрөүҙә 600 мең­дән ашыу кеше ҡатнаша һәм ҙур эштәр башҡара.
Был зарарлы зонала эш­лә­гәндәрҙең хеҙмәте ысын батыр­лыҡҡа тиң. Араларында яҡта­шыбыҙ, Алмалыҡ ауылында йәшәүсе Сергей Ткачев та ғүмер буйы Чер­нобыль хәтирәләрен йөрәгендә йөрөтә.
- 1985 йылдың көҙөндә армия сафына алындым. 1986 йылдың ап­релендә, йәғ­ни, авариянан һуң иртүк беҙҙе тревога ме­нән уят­тылар ҙа вертолеттарға ултыртып, Чернобылгә осорҙолар. Барып еткәс кенә фажиғә тура­һында аңлатып, ни өсөн кил­гәнебеҙҙе әйттеләр. Ра­диа­ция­ның зарарлы булыуын иҫкәртеп, артыҡ нимәгә то­тон­маҫҡа ҡушылды, үҫеп ултырған емеш­тәрҙе ашау тыйылды. Шу­лай ҙа ки­леп етеү менән ҡайһы берәүҙәр ағас­тар­ҙағы алмаларҙы рәхәтләнеп ашарға өл­гөр­гәйне инде... Беҙҙең һәр беребеҙгә дозометр таҡтылар. Ул радиа­ция­лағы урын­да тауыш бирә һәм күп­ме рентген ал­ғанды һанай. Беҙ тәүҙә урындағы ха­лыҡты эва­куациялау эштәрендә ҡат­наш­тыҡ, артабан ауылдарҙы ма­ро­дерлыҡтан һаҡланыҡ. Шунан вертолеттарҙы дезинфекциялай инек. Махсус кейем­дәр­ҙә, респираторҙар кейеп йөрөнөк. Көнөнә 4-5 сәғәт эшләргә тура килде. Ике айҙан һуң беҙҙе гос­питалдәргә ебәрҙеләр, шу­нан 10 көнгә ялға ҡайтарҙылар. Артабан үҙебеҙҙең часта хеҙмәтте дауам иттек, - тип һөйләне Сергей Владимирович.
Сергей Ткачевҡа ике армия юлын үтер­гә тура килә, тиһәң дә була. Ысын һалдат мәктәбен үткән ир һаулығына һәм башҡа нимәләргә зарланмай. Ул Чер­но­былдәге хеҙмәтен, ил ҡушҡас, приказ бул­ғас, шулай кәрәк булған, тине. Үҙе әйт­мәһә лә, ҡатыны һүҙҙәре буйынса Чернобылдәге зарарланыу һаулығына ныҡ тәьҫир иткән.
Чернобылсе ЧЭС-тағы күрһәткән ҡа­һарманлығы өсөн күп миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында “Ватан алдын­дағы хеҙмәттәре өсөн” II дәрәжәләге миҙал-орден да бар.
Иңенә ҙур һынау төшкән Сергей Ткачев тормошта ла бирешмәй, үҙ урынын таба: теләгән ерендә механизатор-водитель һөнәре буйынса эшләй, ғаилә ҡора, ҡатыны Лена Ивановна менән балалар үҫтерә, хәҙер инде олатай булыу бәхетен дә кисерә.
“Бындай фажиғәләр башҡа ҡабат­лан­маһын һәм донъялар имен булһын!”, - тигән теләктә ир-уҙаман.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: