Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
18 Февраль 2022, 14:55

Ҡыуаныслы хат

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Подлуб ауылында йә­шәү­се Наталья Гәрәева исеменә улы Руслан хеҙмәт ит­кән Ырымбур өлкәһендәге хәрби частан Рәхмәт хаты килә.

Ҡыуаныслы хат
Ҡыуаныслы хат

Әйт­кәндәй, егет хеҙ­мәт итеү осоронда үҙен яуаплы, сы­ҙам, дис­циплиналы булыуы, хәр­би оҫ­талығы өсөн командирҙар та­рафынан инде икенсегә рәхмәт һүҙ­ҙәре менән һуғарылған бүләк­ләүҙәргә лайыҡ була. Һал­дат­тың хәр­би хеҙмәттә алдына ҡу­йылған хәр­би бурыстарын ва­ҡытында те­үәл үтәүе, яуап­лы­лы­ғы әсәнең намыҫлы, тәр­­тип­ле Ватанды һаҡ­­­лаусыны тәр­би­әләүен раҫлай. Улына яҡшы тәрбиә биреп, уны Тыу­ған илдең ысын патриоты итеп үҫ­тер­гәне өсөн рәхмәт һүҙ­ҙәре яҙыл­ған хәбәр әсәнең күңелен ҡы­­уа­ныс хисе менән тулыландыра.
- Улым Руслан мәктәптә уҡы­­ған йылдарҙан уҡ үҙен ты­рыш, талапсан итеп күрһәтте, һәр саҡ дуҫтарына ярҙамға ки­лер­гә әҙер торҙо. Барлыҡ фән­дәр­ҙән дә “4” һәм “5” бил­дә­лә­ренә генә өл­гәште. Математика һәм рус теле буйынса олим­пи­а­даларҙа районда ғына түгел, Рә­сәй бу­йынса ла призлы урындар алды. Туризм, спорт менән дә шө­ғөлләнде. Ярыштарға йөрө­нө. 11-се класта гер күтәреп 1-се урын яулағайны. Өйҙә лә ярҙам­сыл, эшһөйәр булыуы менән айы­рылып торҙо. Һәр саҡ эш ме­нән дә, һүҙ менән дә ярҙамға ки­лергә әҙер тора ул. Хәҙер армияла ефрейтор зва­ниеһында улым яра­тып, бар кү­ңелен һалып хеҙ­мәт итә, ко­ман­дирҙар һәм хеҙ­мәт­­тәштәре араһында ышаныс һәм абруй ҡа­ҙана. Улым менән бик ғорур­ланам, - ти Наталья Ни­колаевна шатлығы менән уртаҡлашып.
Ошондай егеттәр хәрби бурысын үтәгәндә, илебеҙҙең имен булырына ышанабыҙ. Руслан Гә­рәев киләсәктә лә Тыуған иле­беҙ­ҙең кәрәкле ке­шеһе булып, әсә­һен уңыштары менән һөйөн­дөрһөн.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор:
Читайте нас: