Башҡортостанда, “Демография” милли проектына ярашлы, “Балалар тыуғанда ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итеү” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул ғаиләгә матди йәһәттән булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Быйыл, “Балалар тыуғанда ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итеү” төбәк проектына ярашлы, 3,5 миллиард, шул иҫәптән Башҡортостан бюджетынан 0,59 миллиард һум ҡаралған, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте. Проекттың “Юл картаһы” сараларының береһе - өсөнсө һәм унан һуңғы бала тыуғанда йәки башҡа балаларға өс йәш тулғанға тиклем ай һайын аҡса түләү. Уның күләме балаларға йәшәү кимәлен тәшкил итә. Башҡортостанда ул – 12271 һум.
- Балалы, бигерәк тә ишле ғаиләләр өсөн туранан-тура финанс ярҙам мөһим. Түләү өсөнсө йәки унан һуң тыуған балаға һәм йәнгә уртаса килем республикалағы эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы кимәленең ике күләменән артмаған ғаиләләргә тәғәйенләнгән, - ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Йыл башынан өсөнсө һәм унан һуңғы балалары тыуған 25,7 мең ғаилә түләүҙәр алған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") бурыстарын тормошҡа ашыра.
Сығанаҡ, фото: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/555602/