Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Ғинуар 2023, 15:39

Балаларға берҙәм пособие хаҡында аңлатабыҙ

Рәсәй Хөкүмәте мобилизацияланған ғаилә ағзаһы булған осраҡта берҙәм айлыҡ пособие тәғәйенләү үҙенсәлектәрен билдәләне.

Балаларға берҙәм пособие хаҡында аңлатабыҙ
Балаларға берҙәм пособие хаҡында аңлатабыҙ

Рәсәй Хөкүмәте мобилизацияланған ғаилә ағзаһы булған осраҡта берҙәм айлыҡ пособие тәғәйенләү үҙенсәлектәрен билдәләне. Мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле берҙәм айлыҡ пособие алыу өсөн ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда иҫәпкә алынмаясаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 29 декабрендәге 2522-се ҡарары: https://vk.cc/ckvDQy

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль ярҙам сараларын берләштергән берҙәм пособие 2023 йылдың 1 ғинуарынан индерелде. Уны йөклөлөктөң 12-се аҙнаһына тиклем ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә торған йөклө ҡатындар һәм 17 йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр алырға хоҡуҡлы. Бер кешегә килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр пособиеға дәғүә итә ала (2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы буйынса йәшәү минимумы - 12 650 һум). Ентеклерәк мәғлүмәт - Рәсәй Социаль фонды сайтында: https://sfr.gov.ru/grazhdanam/edinoe_posobie/
Рәсәй Социаль фондының бәйләнеш үҙәгенең берҙәм номеры буйынса 8-800-6000-000 (шылтыратыу бушлай) һәм сайттың https://sfr.gov.ru/ төп битендәге онлайн чатта консультация алырға мөмкин.

Берҙәм пособие алыу өсөн ғаризаны Күп функциялы үҙәк, Дәүләт хеҙмәттәре йәки Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәте аша бирергә мөмкин. Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәте: https://sfr.gov.ru/grazhdanam/social_fond/pfo

Башҡортостанда балалары булған ғаиләләргә ҡайһы бер ярҙам саралары тәғәйенләгәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы атайҙың килеме иҫәпкә алынмай. Тимәк, йән башына уртаса килемде иҫәпләгәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы эшләп алған килем - алдан алынған килем дә, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөү һөҙөмтәһендә алынған килем дә - иҫәпкә алынмай. Был ҡағиҙә түбәндәге түләүҙәргә ҡағыла:

- күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие;
- 16 (18) йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие;
- күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ компенсация;
- бер үк ваҡытта ике һәм унан күберәк балаһы тыуған ғаиләләргә балаларына өс йәш тулғанға тиклем айлыҡ балалар пособиеһы;
- 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған өсөнсө йәки артабанғы һәр балаға өс йәше тулғанға тиклем айлыҡ аҡсалата түләү.

Ошо ярҙам сараларының һәр береһе хаҡындағы мәғлүмәт менән ентекләберәк Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышығыҙ: https://mintrud.bashkortostan.ru/activity/15661/

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 21 октябрендәге 662-се ҡарары: https://npa.bashkortostan.ru/36739/

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам саралары махсус чат-ботта тупланған:
https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас: