Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2022, 10:09

Башҡортостан тәүге бишәү иҫәбендә

Республика предприятиелары бушлай ярҙам алыу мөмкинлектәре тураһында күберәк белһен, процестар барышы ваҡытын кәметһен өсөн даими мәғлүмәт бирелә

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының киң мәғлүмәт сараларында әүҙемлекте яҡтыртыу рейтингында Башҡортостан Республикаһы тәүге бишәү иҫәбенә инә.

Республикала "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын популярлаштырыу, Һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен булдырыу һәм был идеяны үҫтереү – Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге командаһы эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе.

Республика предприятиелары бушлай ярҙам алыу мөмкинлектәре тураһында күберәк белһен, процестар барышы ваҡытын, тамамланмаған етештереү күләмен кәметһен һәм етештереү күләмен арттырһын өсөн киң мәғлүмәт сараларында, телевидениела, радиола, социаль селтәрҙәрҙә милли проектты бойомға ашырыу буйынса саралар тураһында мәғлүмәт менән республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы даими уртаҡлаша.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланған һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Бөгөнгө көнгә Башҡортостандың 142 предприятиеһы милли проектта ҡатнашҡан.

Министрлыҡ предприятиеларға мөрәжәғәт итә: социаль селтәрҙәге анонстарыбыҙҙы күҙәтеп барығыҙ, предприятиеларҙың һөҙөмтәләрен уҡығыҙ һәм милли проектта ҡатнашығыҙ.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты тураһында күберәк белергә һәм ҡатнашыуға ғаризаны производительность.рф порталында бирергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/331433

Фото: Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.

 

Автор:
Читайте нас: