Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2022, 11:59

Һөнәр алырға теләүселәр күп

Быйылғы йылдың 28 мартынан алып 15 сентябргә тиклем “Рәсәйҙә эш” һанлы платформаһы аша республика халҡынан һөнәри уҡытыуға 14,5 мең ғариза килгән

Һөнәр алырға теләүселәр күп
Һөнәр алырға теләүселәр күп

Быйылғы йылдың 28 мартынан алып 15 сентябргә тиклем “Рәсәйҙә эш” һанлы платформаһы аша республика халҡынан һөнәри уҡытыуға 14,5 мең ғариза килгән. Был эш “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендәге “Мәшғүллеккә ярҙам” федераль проекты буйынса ойошторола.

Уларҙың өстән бер өлөшөн республиканың мәшғүллек үҙәктәре хуплаған. Тимәк, алты мең кеше бушлай яңы һөнәргә өйрәнеү йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеге алды.

Проект хеҙмәт баҙарында көнәркәшлек ҡатмарлы булғандарға – бәләкәй балалы әсәләргә, пенсия алдындағы кешеләргә, эшһеҙ граждандарға һәм эшһеҙ ҡалыу хәүефе янағандарға ярҙам булып тора. Унда ҡатнашҡандарға 1,5 мең белем биреү программаһы тәҡдим ителә, 4,2 мең кеше уҡыуға йүнәлтмә алған да инде.

Быйыл 2 сентябрҙән федераль проект сиктәрендә уҡыу хоҡуғы Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгәндәргә лә бирелә.

Фото: bashinform.ru.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: