Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2022, 12:03

Кәсепселәр менән кәңәшмә үтте

Унда ҡатнашыусыларға әле булған һәм планлаштырылған дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләнеләр.

Кәсепселәр менән кәңәшмә үтте
Кәсепселәр менән кәңәшмә үтте

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә райондың художество кәсептәр оҫталары һәм һөнәрселәр менән осрашыу үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға әле булған һәм планлаштырылған дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләнеләр.

Тиҙҙән республикала һөнәрселәргә субсидия рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ улар «2019-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» муниципаль программаһы сиктәрендә финанс ярҙам менән файҙалана ала.

Хәйбулла районында бөгөн халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә 140-ҡа яҡын һөнәрсе эшләй. Улар туҡылған шәлдәр һәм балаҫтар, башҡорт милли кейемдәре һәм ювелир биҙәүестәр кеүек әйберҙәр әҙерләй, шулай уҡ ағас һырлау, быйма баҫыу һәм башҡалар менән шөғөлләнә. Бынан тыш, райондың һәр ауылында художество кәсептәре менән шөғөлләнгән урындағы энтузиастар бар.

Хәйбулла районының халыҡ художество кәсептәре оҫталары район һәм республика конкурстарында, күргәҙмәләрендә һәм башҡа сараларҙа даими ҡатнаша.

"Балта" һөнәрселек коворкингында һатыу өсөн оҫталарҙың әйберҙәрен урынлаштырыу мәсьәләһе айырым тикшерелде. Үҙәк етәксеһе Рәмил Билалов бөгөнгө кәңәшмәлә ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. Ул шулай уҡ артель тибы буйынса төрлө сәнғәт әйберҙәрен берлектә эшләү маҡсатында райондың оҫта кешеләрен бер ҡыйыҡ аҫтына тупларға планлаштыра.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас: