Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2022, 14:26

“Эшҡыуарҙарға ашығыс ярҙам” мәғлүмәт модулен эшләгәндәр

Уны уңышлы файҙаланыу өсөн күп тә кәрәкмәй... 

“Эшҡыуарҙарға ашығыс ярҙам” мәғлүмәт модулен эшләгәндәр
“Эшҡыуарҙарға ашығыс ярҙам” мәғлүмәт модулен эшләгәндәр

Башҡортостан Республикаһының Көнәркәшле сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты көнәркәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм эшҡыуарҙарға белешмә, методик ярҙам күрһәтеү өсөн “Эшҡыуарҙарға ашығыс ярҙам” мәғлүмәт модулен әҙерләгән.

Модуль ирекле таблица формаһында һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураларын (профилле ведомстволарҙы) ойоштороуҙы үҙ эсенә алған, төп йүнәлештәргә ҡыҫҡаса аңлатма бар, шулай уҡ ундағы һылтанма буйынса ведомство һәм ойошма сайтына күсергә мөмкин.

– График ысул менән күрһәтеү материалды тиҙ, теүәл биреүгә йүнәлтәлгән. Күрһәтелгән хеҙмәттәр һәм эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселегенә ярҙам саралары буйынса ирекле модуль эшләнек, унда ҡыҙыҡһынған һәр кеше шөғөлөнөң төрлө стадияһында тейешле мәғлүмәтте алыу мөмкинлегән эйә, тәү сиратта финанс һәм финанс булмаған ярҙамды, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Көнәркәшле сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

“Эшҡыуарҙарға ашығыс ярҙам” мәғлүмәт модулен эшләүҙең төп маҡсаты – эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселегенә инфраструктура ярҙамына йәлеп ителгән ойошма һәм ведомство вәкәләттәре сигендә күрһәтелгән ярҙам буйынса ҡыҫҡа ваҡытта сара күрә алһын өсөн ярҙам итеү, предприятиеның “ауыртҡан” урындарын һәм үҫеш нөктәһен билдәләү, һөҙөмтлә, был эшмәкәрлек һан һәм сифат күрһәткестәрен эшҡыуарлыҡта үҫтереүҙе яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.  

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru.

   #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:
Читайте нас: