Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2022, 08:43

Дилер үҙәге ниндәй мөмкинлектәр аса?

Был хаҡта - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.  

Дилер үҙәге ниндәй мөмкинлектәр аса?
Дилер үҙәге ниндәй мөмкинлектәр аса?

Бөгөн Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко ҡатнашлығында Өфө районында Минск автомобиль заводының йөк техникаһын һатыу буйынса дилер үҙәге асылды. Был ике аралағы тауар әйләнешен арттырырға мөмкинлек биргән мөһим аҙым, тигән фекерҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Был турала ул социаль селтәрҙә лә яҙҙы.

“Дилер үҙәге аша МАЗ-дың бар продукттарын – самосвалдар, тартҡыстар, шассиҙар, юл төҙөлөшө һәм коммуналь техника, запас частар һатып алырға, сервис хеҙмәтләндереүе үтергә, техника буйынса кәңәшләшергә мөмкин. Киләсәктә бында диагностика һәм тикшереү өсөн стендтар менән МАЗ автомобилдәрен етештереүҙә файҙаланылған бөтә төр маркалы узелдарҙы ремонтлау цехы төҙөйәсәкбеҙ.

Башҡортостанда коммуналь һәм юл-төҙөлөш техникаһын яңыртыу буйынса системалы эш алып барыла. Шуға күрә бындай үҙәкте асыу процесты тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк.

- Быйыл техниканы яңыртыуға бюджеттан 1,5 миллиард һум самаһы аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тотабыҙ.

- 239 машина һатып алдыҡ.

- Уларҙың яртыһынан күберәге Белоруссияла етештерелгән.

- 2024 йылға тиклем баһаланған ихтыяж 7,5 миллиард һум тәшкил итә.

- Улар 730 берәмек техника һатып алыуға йүнәлтелә.

Һуңынан “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә Белоруссияның “Амкодор” холдингы предприятиеһы майҙансығында булдыҡ. Урып йыйыуҙан һуң игенде эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса завод төҙөләсәк урынға капсула һалдыҡ.

Беҙҙең өсөн, агросәнәғәт төбәге булараҡ, был предприятие айырыуса мөһим һәм кәрәкле, шуға күрә инвесторҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Ул ойошма табышына һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһына, мөлкәткә һалымдан азат итеүгә, шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү фондынан заемға иҫәп тота ала.

Заводты киләһе йылда уҡ сафҡа индереү, 2024 йылда етештереү ҡеүәттәренә сығыу күҙалланған. Инвестор 1,05 миллиард һум һала”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: