Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 10:53

Предприятиелар ярҙамдан файҙалана

Ауыл хужалығы техникаһын етештереү предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша.  

Предприятиелар ярҙамдан файҙаланаПредприятиелар ярҙамдан файҙалана
Предприятиелар ярҙамдан файҙалана

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «БАШАГРОМАШ» акционерҙар йәмғиәте алдынғы ойоштороу алымдарын индереү иҫәбенә үҙенең көнәркәшлек көсөн арттырыу мөмкинлегенә эйә була. Был иһә предприятиеның “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе  урынбаҫары – республиканың иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тарафынан төбәк Хөкүмәте менән килешеүгә ҡул ҡуйылған. 

«БАШАГРОМАШ»  предприятиеһы тупраҡты эшкәртеү һәм мал аҙығын әҙерләү өсөн заманса машиналар етештерә. Шулай уҡ бында сәнәғәттең төрлө өлкәләре һәм ауыл хужалығы өсөн дә стандарт булмаған ҡорамалдар сығарыла. Ул Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан, предприятиела 100-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә.

- Бөгөнгө көндә Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып 141 предприятие ҡушылды. Был күрһәткес буйынса  билдәләнгән планды арттырып үтәнек: уға ярашлы милли проектҡа 110 предприятие инергә тейеш ине. 2022 йылда республиканың тағы 15 предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусыһы булып китте, - тип һөйләне Рөстәм Моратов.

Шуны ла билдәләү мөһим, милли проектта ҡатнашыусы предприятиелар  ташламалы финанслау менән файҙалана ала, шулай уҡ экспортҡа сыҡҡанда ла ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, производство етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә рәүештә хеҙмәт етештеүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтелгән уҡыу курсын да үтә ала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
 

Автор:
Читайте нас