Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Сентябрь 2022, 14:09

Республика алдынғылар иҫәбендә

Бөгөн 2,5 меңгә яҡын хеҙмәткәр һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса программаны өйрәнгән...

Республика алдынғылар иҫәбендә
Республика алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостандың сеймалға нигеҙләнмәгән иҡтисад тармағына ҡараған 140 предприятиеһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашалар, был күрһәткес йыллыҡ пландың өстән бер өлөшөнән күберәк тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграм-каналында ошо турала белдерҙе.

Бөгөн 2,5 меңгә яҡын хеҙмәткәр һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса программаны өйрәнгән. 1,7 мең эшсе төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ойошторған уҡыуҙарҙа белем алған. Үҙәк белгестәре заводтарға барып, бушаҡ звеноларҙы табып, төп процестарҙы ҡулайлаштырыу буйынса пландар төҙөй, һуңынан предприятие етәкселеге менән берлектә уны тормошҡа ашыра.

“Башҡортостан Рәсәйҙә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса алдынғылар иҫәбендә. Эш биреүселәр милли проекттың һөҙөмтә килтереүен күрә – хеҙмәткәрәҙәрҙең эш шарттары яҡшырыуҙан алып етештереү процестарының ҡулайлаштырылыуына тиклем ыңғай күренештәр күҙәтелә”, - тине Андрей Назаров.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан 2017 йылда уҡ, Рәсәйҙең ете пилот төбәктәре иҫәбендә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын ғәмәлгә индерә башлай. Республикала хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге уңышлы эшләй, үҙәк эксперттары предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен һаҡсыл етештереү алымдарына өйрәтә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.

 

Автор:
Читайте нас: