Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Сентябрь 2022, 14:21

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар субсидия алды

Түләүҙәрҙе алыу өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе– эш хаҡы кимәлен һәм эш урындарын  һаҡлау.    

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар субсидия алды
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар субсидия алды

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне:

- Субсидияны 12 предприятие алды. Ярҙам етештереүҙе киңәйтеү һәм яңыртыу өсөн тәғәйенләнгән. Етештереүҙе тағы ла камиллаштырыу өсөн беҙ уларға субсидия бирҙек, был ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк.

Ул  быны милли проекттта ҡатнашҡан предприятиеларға күрһәтелгән ярҙамға республика бюджетынан бирелгән өҫтәмә дәүләт ярҙамы, тип билдәләне. Субсидиялар хеҙмәт етештереүсәнлеген инвестиция һәм технология йәһәтенән күтәреүгә йүнәлтелгән.Түләүҙәр күләме документаль кимәлдә раҫланған сығымдарҙың 30 процентынан артыҡ булмаған өлөшөн  тәшкил итә, әммә биш миллион һумдан артмай. Түләүҙәрҙе алыу өсөн төп күрһәткестәрҙең береһе– эш хаҡы кимәлен һәм эш урындарын  һаҡлау.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы 2018 йылда  раҫланды. Ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы  күҙ уңында тота. Уның барышында хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙҙәрен  өйрәнеүгә йүнәлтелгән кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыу, шул иҫәптән, һанлы технологияларҙы һәм платформалы ҡарарҙарҙы файҙаланыу, хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешенә  ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи  һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыу, шулай уҡ иҫкергән һәм етештереүсәнһеҙ эш урындарын алмаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ.

 

 

Автор:
Читайте нас: