Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июнь 2022, 11:00

2030 йылға тиклем оҙайтыла

Владимир Путин төҙөлөш тармағын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләне.  

2030 йылға тиклем оҙайтыла
2030 йылға тиклем оҙайтыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Рәсәй вице-премьеры Марат Хөснуллин ил Президентына 2030 йылға тиклем төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше стратегияһын презентацияланы. Владимир Путин төп эш йүнәлештәрен билдәләне.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты 2030 йылға тиклем оҙайтыласаҡ. Дәүләт башлығы һәр ғаилә өсөн фатирҙың, өйҙөң матди байлыҡ ҡына түгел, балалар тыуыуы һәм уларҙы тәрбиәләү, бәхетле һәм имен тормош өсөн ныҡлы нигеҙ  икәнлеген билдәләне.

Башҡортостанда беҙ был мәсьәләгә даими иғтибар бүләбеҙ. Һуңғы өс йылда 434 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерҙек. Быйыл тағы 63 муниципалитетта 122 биләмәне тәртипкә килтерәбеҙ.

Миҫал килтерәм. Апрелдә милли проект сиктәрендә Архагел ауылында стадион төҙөлөшөн һәм уның эргәһендәге киңлекте төҙөкләндереүҙе башланыҡ. Июлдә бында йәшәүселәр заманса футбол майҙанына эйә буласаҡ. Сибайҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркты ипкә килтерәбеҙ. Йәй шулай уҡ эштәрҙе тамамлайбыҙ.

Программаның оҙайтылыуы республиканың мөмкуин тиклем күберәк райондарында уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙы тәьмин итәсәк.

Ил Президенты шулай уҡ авариялы торлаҡтан күсереүҙе тиҙләтергә ҡушты. Беҙ Башҡортостанда был программаны тиҙләтелгән темп менән тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ. Былтыр сентябрҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондын реформалауға булышлыҡ итеү фонды беҙгә 961 миллион һумлыҡ финанс ярҙамын раҫланы. Шулай итеп, 12 муниципалитетта 601 йорттан 1522 гражданды күсерә аласаҡбыҙ.

Владимир Путин төҙөлөш баҙарындағы ватан материалдары өлөшөн 95 процентҡа тиклем еткерергә ҡушты. Башҡортостанда 2030 йылға тиклем төҙөлөш материалдары сәнәғәте үҫеше стратегияһы эшләнгән. Предприятиеларҙы заманлаштырыу һәм яңыларын булдырыу өсөн дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән инфраструктура төҙөүгә субсидиялар һәм льготалы займдар ҡаралған. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге "Инвестиция сәғәте" ултырыштарында яңы инвестиция проекттары ҡарала”.

Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас: